Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ҙур иғтибар йүнәлтелә. Дәүләт ярҙамын алып, үҙ эшен булдырған Сәхиповтар ғаиләһе миҫалында ла был асыҡ күренә.
Сәхиповтар бер нисә йыл еләк культуралары үҫтереү менән шөғөлләнә. Ер еләге (клубника) һәм ҡурай еләгенә райондан ситтә лә ихтыяж ҙур.
Илдар Сәхиповтың бизнес тарихы 2021 йылда башлана. Ул төҙөлөш өлкәһенән ауыл хужалығына күсергә ҡарар итә.
Булдыҡлы ир уҙаманы үҙенең бизнес-проектын район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәҡдим итә, ярҙам саралары тураһында консультация ала һәм ошо өлкәләге эшкә сума. Ғаиләһе менән Ҡазандан тыуған ауылы Көндәшлегә күсенә. Инде бер нисә йыл буш торған олатаһының йорто участкаһында ер еләге һәм ҡурай еләгенең элиталы сорттарын ултырта.
2023 йылда Илдар Сәхипов “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” федераль проектында ҡатнаша. “Агростартап” гранты ала — дүрт миллион һум аҡсаны үҙ эшен үҫтереүгә йүнәлтә. Шул уҡ йылда “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү” муниципаль программаһы буйынса еләктәргә тамсылап һыу һибеү системаһын һатып алыу өсөн 250 мең һум аҡса ала. Шулай уҡ 2024 йылда АСПК программаһы буйынса 350 мең һум күләмендә ярҙам алыу бәхетенә ирешә.
Бөгөн фермер хужалығы 30 гектарҙы биләй. Уҙған йылда етештерелгән еләк күләме 4,5 тонна тәшкил иткән — өс тонна ер еләге һәм 1,5 тонна ҡурай еләге. Хәҙер фермер үҙ эшен үҫтереүгә эшләй, плантация майҙандарын киңәйтә.
Фекер...
Сәлих Имаев, райондың бизнес-шерифы:
— Республика етәкселеге башланғысы менән агросәнәғәт һәм фермерлыҡҡа бихисап ярҙам саралары комплексы күрһәтелә. Улар ауылдарҙы модернизациялау, ауыл халҡының тормош сифатын күтәреү һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлау өсөн ҙур этәргес булып тора. Яңы предприятиелар үҫеше һөҙөмтәһендә ауылдарҙа эш урындары булдырыла, хеҙмәт хаҡы дәрәжәһе арта. Балтас районы территорияһында үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләүселәрҙе район хакимиәтендә көтәбеҙ.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.