"Башҡортостан тигән бәләкәй генә ауылдан мин. Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәндә уҡытыусылар: “Һеҙ ҡайһы ауылдан?” – тип һораны. “Башҡортостандан”, - тинем. “Юҡ, республикаңды түгел, ауылыңды әйт”, - тиҙәр. “Эйе, ауылым Башҡортостан. Башҡортостанда республикабыҙ атамаһын йөрөткән берҙән-бер ауыл”, - тинем. Аптыранылар, йылмайҙылар. “Хәҙер белеп ҡуябыҙ инде”, - тинеләр.
Башҡорт дәүләт университетынан һуң, хеҙмәт юлымды Башҡортостан радиоһында башланым. Бөгөн “Юлдаш” радиоһында эшләйем. Бәләкәй Башҡортостандан сығып, ҙур Башҡортостанға хеҙмәт итәбеҙ.
Беҙҙең ауылда егәрле, изге күңелле, берҙәм халыҡ йәшәй. Ҙур эштәрҙе өмә менән башҡаралар. Яҡташтарымдың барыһы менән дә ғорурланам. Улар тыуып-үҫкән ерҙәренә тоғро ҡала. Башҡа урынға күсеп китмәй, матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә.
Ауылда башланғыс мәктәптә уҡытҡан педагогтарыбыҙ Маһирә Ғиләжева, Хәмит Хажимуллин менән ғорурланам. Улар беҙгә лайыҡлы тәрбиә һәм белем бирҙе. Ауылыбыҙҙан табиптар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, хоҡуҡ белгестәре, журналистар, ауыл эшсәндәре сыҡҡан. Ауылымдың атамаһы менән ғорурланам. Кесе Башҡортостанды ла, оло Башҡортостаныбыҙҙы ла сикһеҙ яратам.
✅Быйыл Башҡортостан ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Бөгөн тыуған ауылымда Флүрә һәм Миҙхәт Абдуллиндар йортонда ҡаҙ өмәһе үтте. Байрамды бик матур итеп ойошторғандар. Афарин! Күршеләребеҙҙең тормошо мул булһын!
Бөтә яҡташтарыма рәхмәт әйтәм, һәр береһенә ҡайнар сәләм оҙатам. Улар атайсалын ташламаһа, ауылыбыҙ йәшәр, уттары гел балҡып торор! Ауылда үҫеп килгән йәштәр ҙә кесе Башҡортостандан сығып, ҙур Башҡортостаныбыҙ өсөн матур эштәр, изге ғәмәлдәр башҡарыр, асыштар яһар, лайыҡлы хеҙмәт итер.
Фотоһүрәттәр өсөн Эльвера Зиннәтоваға ҙур рәхмәт!" - бына шулай тип яҙған Зөһрә Фәнил ҡыҙы.
📍БАШҠОРТОСТАН АУЫЛЫ ҠАЙҺЫ РАЙОНДА ИКӘН, ТИҺЕГЕҘМЕ?
Республикабыҙҙың йәмле Асҡын районында урынлашҡан ул.🥰