“Әртәкүл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге Ирина Федоровнаға һөт-тауар фермаһын етәкләргә тәҡдим иткәс, бер уйламай ризалаша. Хеҙмәт һөйөүсән, ҡыйыу ҡатын яуаплылыҡтан ҡурыҡмай, үҙенә йөкләтелгәнде еренә еткереп башҡара.
Ирина Ермакова 2014 йылда ферма менән етәкселек итә башлай, был ваҡытта бер төҙөлөш майҙансығында ике аҙбар бинаһында яңыртыу эштәре барған була, икенсеһендә һыйыр һауыу залы күтәрелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, эш күп була, мөдир бөтәһе өсөн дә яуап бирә. Бар нәмәгә лә өлгөрөргә кәрәк: коллектив менән килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә, документтар менән эшләргә, яңы тыуған быҙауҙарҙы ҡарарға, корпустарҙағы хәл-торошто тикшерергә һәм башҡалар. Ә уфтанырға бер ваҡытта ла яратмай Ирина Федоровна. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәкселеге әйтеүенсә, ул — хеҙмәт кешеһе, ихтыяр көсөнә, ойоштороу һәләтенә эйә яҡшы белгес.
2020 йылда Ирина Федоровна үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын аса, “Агростартап” программаһында ҡатнаша һәм грант ота. Дәүләттән алған ярҙамды һөт йүнәлешендә мөгөҙлө эре мал үрсетеүгә йүнәлтә. Көслө рухлы гүзәл зат малсылыҡ менән шөғөлләнә, иң мөһиме, үҙенең эшен яҡшы белә, бар тырышлығын һала.
Лилиә Бәҙретдинова.
Ҡариҙел районы.