Күп ваҡыт ауыл кешеһенең ҡала поликлиникалары буйлап йөрөргә мөмкинлеге юҡ. Район үҙәк дауаханаһында ла тиҙ генә барып етер өсөн башта машина эҙләргә тура килә. Шуға күрә, көн булһынмы, төнмө, тәү сиратта, ауыл фельдшерын саҡырталар. Күп осраҡта ауырыуҙың хәле медицина хеҙмәткәренең тәжрибәһенә, белеменә һәм, әлбиттә, үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға әҙер булыуына бәйле була. Ҡоҙаш ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты етәксеһе Гертруда Батыршина тәжрибәле белгес булараҡ, ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора.
Медицина хеҙмәткәре үҙ ҡарамағындағы кешеләргә иғтибарлы булырға тейеш. Ул ауылдаштарына диспансеризация үтергә кәрәклеген киҫәтеп тора, ауырыуы оҙаҡҡа һуҙылғандарҙы дауаханаға һалып дауалауҙа булыша, шифаханаларға юллама алыуҙа ла ярҙамлаша. Гертруда Вячеславовна ла ауылдаштарына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Ул 2013 йылдан башлап Туғай ауылы, унан 2021 йылдан Ҡоҙаш халҡына медицина ярҙамы күрһәтә. Әлеге көндә ике ФАП-ты алып бара ул.
Сығышы менән Алтайыу ауылынан ул. Бала сағынан табип булырға теләп, Сарапул медицина училищеһын тамамлағандан һуң Краснокама районының Арлан технологик транспорт идараһында фельдшер булып эш башлай. Кейәүгә сығып, балалары тыуғас, Туғай ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсә. Ул йылдарҙы Гертруда Батыршина бик йылы хистәр менән иҫкә ала. “Туғай халҡы ихлас ҡаршы алды, мине хөрмәт итеп, эшемде хуплап торалар”, — ти ул.
Бикйән егете Алексей менән матур тормош ҡороп, ике ҡыҙ үҫтерәләр.
Үҙ эшемде бик яратам, бар күңелемде биреп башҡарам. Тәү сиратта, кешенең күңелен аңларға, уға психологик ярҙам күрһәтергә кәрәк. Ҡайһы саҡ һинең йылы ҡарашың һәм һүҙең дә кешене аяҡҡа баҫтырырға мөмкин. Ауыл халҡына ҙур рәхмәтлемен, һәр ваҡыт әйткәндәремде үтәйҙәр, биргән кәңәштәргә ҡолаҡ һалалар, — тип һөйләй Гертруда Вячеславовна. — Балаларым, тормош иптәшем — ныҡлы таянысым. Уларҙан бер ваҡытта ла зарланыу һүҙе ишеткәнем юҡ.
“Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары эшләй башлағас, Гертруда Батыршина унда ҡатнашып, 500 мең һумлыҡ грант ота. “Әлегә аҡсаны ниндәй маҡсатта тотонорға уйламаныҡ, бәлки торлаҡ шарттарын яҡшыртырбыҙ”, — тине ул.
Гертруда — аҡ халатлы фәрештәбеҙ. Уның ҡулдары ла шифалы бит. Укол, системаларҙы бик оҫта ҡуя. Һәр процедураны еренә еткереп башҡара. Игелекле, яуаплы кеше. Табиптарҙан рецептар яҙҙыра, дарыуҙарҙы ла алып ҡайтып бирә. Аллаға шөкөр, фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ. Хеҙмәтен аңлаған тормош иптәшенә, ҡыҙҙарына рәхмәт, — тине оло йәштәге бер ауылдашы.
Бар эшмәкәрлеге дәүерендә Гертруда Вячеславовна бик күп кешеләргә тейешле һәм кәрәкле медицина ярҙамы күрһәткән. Ҡоҙаш һәм Туҡай ауылдары халҡы уға игелекле һүҙе, фәһемле кәңәштәре, дауаһы өсөн рәхмәтле.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
Беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе — медицина ярҙамын юғары сифатлы итеү. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программалары сиктәрендә ауылдарға белгестәр йәлеп итеү, уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ауылдарҙа йәшәүселәрҙе медицина ярҙамы менән тәьмин итеү дәрәжәһен күтәреү, беренсел медицина ярҙамынан файҙалана алыуҙы арттырыу, ауыл ерендә эшләргә риза булған белгестәргә социаль ярҙам күрһәтеү тора.
Радик Хәсәнов, Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
Районда медицина персоналы сафларына йәш кабрҙарҙы йәлеп итеүйүнәлешендә әүҙем эш алып барабыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән башланған “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” программаларына рәхмәтлебеҙ. Быйыл өс йәш белгес үҙҙәренең тыуған районындағы ФАП-тарҙа эшләргә теләк белдерҙе. Улар төрлө ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтә.
Лира ЮРАСОВА.
Борай районы.