Лариса Фәрит ҡыҙы “Йәнтөйәк” район-ара гәзитен Яңауыл ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, күп бала тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле әсә, улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мәймүнә Нәжмиеваға яҙҙырҙы. Мәймүнә Ғабдулла ҡыҙына ул “Йәнтөйәк” гәзитен бер нисә йыл бүләк итә. Алты район яңылыҡтары менән таныштырып торған рухлы баҫма хөрмәтле әсәгә быйыл да яҡшы хәбәрҙәр генә килтереп торһон.
Әйткәндәй, Лариса Мөхәмәтшина етәкләгән тырыш, әүҙем коллектив та ташламалы хаҡтан файҙаланып, “Йәнтөйәк”, “Аскинская новь” гәзиттәренә дәррәү яҙылды. Барлығы бирелә 20-нән артыҡ квитанция тултырылды.
Илһөйәр Махатова.