Быйылғы көҙ беҙҙе ғәжәпләндереүен дауам итә. Октябрҙең икенсе аҙнаһы башланыуға ҡарамаҫтан, һаман йылы көндәр тора. Был аҙнала һауа температураһы 23 градусҡаса етәсәк. Беҙгә өсөнсө "әбейҙәр сыуағы" киләме әллә?
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 7 октябрҙә, төндә әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 1-6 градус йылы, аяҙытҡанда 4 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 12, 17 градус.
Шишәмбе, 8 октябрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 5, 10, көндөҙ 18, 23 градус йылы.
Шаршамбы, 9 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 4, 9, көндөҙ 15, 20 градус тәшкил итәсәк.