Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Өмөтлө аҙна. Уйлағандан да күберәкте башҡарырһығыҙ. Шаршамбыла эштәгеләр менән бәхәстәр килеп сығыуы бар. Улар күпселектә файҙаға булыр. Яратҡан кешегеҙ менән дә аңлашырһығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Уңыштар юғалтыуҙар менән аралашып торор. Шишәмбелә эштәрегеҙ бер аҙ алға китер, артабан бәғзеләре туҡтағандай тойолор. Шулай ҙа был хәлде үҙгәртерлек юлды табырһығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Мәшәҡәттәрегеҙ ҡәҙимгенән күбәйер. Үҙ эшегеҙҙән тыш, кеше йомоштары менән дә булышырһығыҙ. Был бигүк еңел булмаһа ла, ғөмүмән, ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Осрашыу-һөйләшеүҙәр ҙә файҙалы үтер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көндәр һәйбәт килер. Ләкин һиҙелерлек уңыштарға өлгәшеү өсөн байтаҡ тырышырға кәрәк булыр. Кесе йомала яҡындарығыҙ менән бәхәс килеп сығыуы бар. Кемдер һеҙгә ниндәйҙер дәғүә лә белдерер.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна башында көтөлмәгән ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Шишәмбеләге хәлдәр кәйефегеҙҙе төшөрөр. Уларға артыҡ иғтибар бирмәгеҙ. Алдан төҙөгән уй-маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыу буйынса эш итерһегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Таныш эштәрегеҙ ҙә, яңылары ла һәйбәт барыр. Шаршамбыла һеҙҙең өсөн мөһим һөйләшеү көтөлә. Был арала йортоғоҙҙа ла ниндәйҙер ҙур эш башҡарырһығыҙ. Аҡсаны ҡәҙимгенән күберәк алырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Күтәренке кәйефегеҙ бар эшегеҙгә булышлыҡ итер. Аралашыу һәр саҡ еңел барыр, һүҙегеҙ үтемле булыр. Был арала бәғзеләргә ниндәйҙер саҡырыу ҡағыҙы бирерҙәр. Килгән хәбәрҙәр мотлаҡ ҡыуандырыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Алдығыҙҙа өр-яңы мәсьәләләр килеп сығыуы ихтимал. Араһында бөтөнләй таныш булмағаны ла осрауы мөмкин. Уларҙы ыңғай хәл итеү өсөн тәжрибәгеҙ етер. Юҡҡа борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт тамамланыр.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Арыу ғына барған эштәрегеҙ ҡапыл туҡтағандай күренер. Шаршамбынан һуң күптәр хәл итмәҫлек күренгән мәсьәләгә тап булыр. Бәғзеләр генә дөрөҫ юлды таба алыр. Тик, элекке хаталарығыҙҙы төҙәтмәйенсә, алға китә алмаҫһығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр ҡәҙимгесә килергә оҡшай. Ҡайһы бер мәшәҡәттәр ҙә көтөлә. Был яҡтан шишәмбе бер аҙ айырылып торор. Аҡса етмәү даими борсор һымаҡ. Кемдер бурысҡа инергә лә мәжбүр булыр, моғайын.
Саян (24.10 – 22.11)
Йондоҙҙар һәр хәлдә лә иғтибарлы булырға, ашыҡмаҫҡа ҡуша. Был бигерәк тә аҡса, милек мәсьәләләрендә сағыла. Уйығыҙға килгән тәүге фекерҙәрҙең дөрөҫ булмауы ла ихтимал. Бер аҙҙан тейешле ҡарарға килерһегеҙ. Кеше кәңәшенә өмөт итмәүегеҙ хәйерле.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор ҡәҙимгесә үтмәксе. Алдан уйлағанса тыныс ҡына эш итерһегеҙ. Был арала кемдер ниндәйҙер ҙур эшен тамамлар. Бәғзеләр күптән тәғәйенләнгән сәфәргә әҙерләнә башлар.