Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Октябрь 2024, 09:55

Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?

Асҡын балалар модель китапханаһында кескәйҙәр өсөн фәһемле сара үтте

Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?
Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?

Балаларҙың күңеленә  кесе йәштән үк изгелек орлоҡтары сәсергә кәрәк. Улар яҡшыны ямандан айырып, ололарҙы хөрмәтләп, үҙҙәренән кеселәргә, мохтаждарға ярҙам итә белеп үҫергә тейеш. Ошо маҡсатта Асҡын балалар модель китапханаһында “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының “Бал ҡорттары” өлкән төркөмө ҡатнашлығында “Тылсымлы һүҙҙәр иленә сәйәхәт” тип аталған фәһемле сара үтте.

Әкиәт геройҙары булып кейенгән китапханасылар балаларға тылсымлы һүҙҙәр тураһында һөйләне. Кескәйҙәр уйындар, йомаҡтар аша уларҙы иҫкә төшөрҙө, үҙҙәренең белгәндәрен әйтте. Әңгәмә аҙағында балалар тылсымлы һүҙҙәр ярҙамында “Изге һүҙҙәр ағасы”н биҙәне.

Кескәйҙәргә китапханаға сәйәхәт бик оҡшаны.

Илһөйәр Махатова.

Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?
Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?
Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?
Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?
Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?
Тылсымлы һүҙҙәрҙе беләһегеҙме?
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас