Байрам “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсының район этабы сиктәрендә Петропавловка ауыл биләмәһе хакимиәте, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылар ойоштороуында мәктәп бинаһында үтте.
Хаҡлы ялдағыларҙы ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙимов ихлас ҡотлап, ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән өлкәндәргә рәхмәт әйтте, тыныслыҡта, именлектә яҡындарының хәстәренә, ихтирам һәм иғтибарына төрөнөп йәшәүҙәрен теләне. Шулай уҡ байрам уңайынан уларға күстәнәстәр ҙә таратылды.
Өлкәндәргә арнап йәнле концерт номерҙары ла күрһәтелде. Петропавловка ауыл ағинәйҙәре, билдәле алып барыусы, автор-башҡарыусы Рәбинә Кәлимуллина, Зәлифә Ибраһимова, Динә Хәсәнова, Ания Ғилметдинова башҡарыуында матур йырҙар яңғыраны. Үҙенең дәртле бейеүе менән сараға Винера Сәғәҙәтова йәм өҫтәне. Байрамды музыкаль яҡтан оҫта баянсы Азат Ибраһимов биҙәне.
Бер осрашыу — үҙе бер ғүмер, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ололар бай сәй табыны артында күңелдәре булғансы аралашып, йыр-моң тыңлап, рухи аҙыҡ алып таралышты.
Әйткәндәй, күптән түгел генә ауыл мәсетендә Мәүлит байрамы ла ҙурлап үткәрелде. Дин ҡәрҙәштәр изге айҙың мосолман халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләп, вәғәздәр һөйләне, Ҡөрьән Кәримдән аяттар уҡыны, салауаттар әйтте. Күңелдәргә иман нуры таратыусы был байрам да “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсы сиктәрендә үтте.
Илһөйәр Махатова.