Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Сентябрь , 10:12

Музей — хәтер мөйөшө

2024 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән булдырылған Мәҙәни башланғыстар фондының икенсе грант конкурсында Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәре Илүзә Нәбиева етәкселегендәге “Балтас ынйылары” коммерцияға ҡарамаған автоном ойошмаһы районда "Себер тракты музейын булдырыу" проекты менән еңеү яуланы.

Музей — хәтер мөйөшө
Музей — хәтер мөйөшө

Гранттар фонды эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — инновацион һәм хәйриә проекттарына финанс ярҙам аша йәмғиәт үҫешен стимуллаштырыу. Башҡортостан бүленгән гранттар һаны буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй. 2021 йылдан фонд Рәсәй субъекттарында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса төбәк конкурстарын финанслашыуға Рәсәй Президенты гранттарын биреү конкурсында әүҙем ҡатнаша. Конкурс нәтижәләре буйынса 2021 йылда Рәсәйҙең барлыҡ субъекттары араһында финанслауҙың иң ҙур күләме алынған, был — 74 850 668 һум. 2022 йылда финанслау 101 469 254 һум тәшкил иткән, былтыр һәм быйыл Башҡортостан йәнә лидерлыҡ позицияларын алды. Дүрт йылда фонд федераль бюджеттан 364 миллион һумдан артыҡ аҡса йәлеп иткән.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙҙә грант системаһы яҡшы төҙөлгән. Һуңғы биш йылда ғына граждандар йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумға ошондай ярҙам алды.

Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша”, — тине был йүнәлештәге өлкәнең ныҡлы үҫештә булыуын билдәләп.
Музейҙы булдырыу маҡсаты менән проект активистары Удмуртия Республикаһының Дебесск районындағы Себер тракты музейында булды. Ул Ижау ҡалаһынан 150 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан. Бындай күләмле мәҙәни объектта булыу балтастарға яңы идеялар менән илһамланырға ярҙам итә, эш планын дөрөҫ итеп төҙөргә өйрәтә. Проект командаһы һәм Дебессктағы музей коллективы телефон номерҙары менән алмашып, артабан да аралашыуҙы һәм хеҙмәттәшлекте дауам итергә килешә.
Әлеге ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу эше тулы көсөнә дауам итә. Күптән түгел генә музейҙы ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү һәм алда торған саралар планы тураһында мәғлүмәт биреү маҡсатында район хакимиәте, ауыл Советы депутаттары, район мәғариф бүлеге вәкилдәре һәм әүҙем ауыл халҡы ҡатнашлығында ҙур кәңәшмә үтте.
Сара барышында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары Инзилә Ғасимйәнова, район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлнара Шәймөхәмәтова команданың проекттағы эшен юғары баһалап, уны уңышлы ғәмәлгә ашырыуҙарын теләне.


Фекер...
Илүзә Нәбиева, “Себер тракты музейын булдырыу” проекты етәксеһе:
— Бындай гранттар булдырған республика, ил хакимиәтенә рәхмәттәремде еткерәм. Бына беҙгә лә грант еңеүселәре исемлегенә эләгеү бәхете тейҙе. Уның ярҙамында музей булдырасаҡбыҙ. Барыбыҙға ла билдәле, тарих киләсәк быуын хәтерендә ҡалһын өсөн уны өйрәнеү, мәғлүмәттәрҙе туплау һәм һаҡлау мөһим. Ә музей әлеге тарихты барлай һәм һаҡлай. “Музей — үткәнде яҡтыртыусы”, тип юҡҡа ғына әйтелмәй халыҡ телендә. Беҙҙең райондың тарихы бай. Уның үткәне, бөгөнгөһө һәм яҡты киләсәге бар. Ана шул үткәнде өйрәнеп, йәш быуынға тапшырыу маҡсатынан Себер тракты музейын булдырыу уйы тыуҙы.


Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.

Автор:
Читайте нас: