Ҡариҙел ауылында яңыртылғандан һуң “Йылға буйы” паркы халыҡ араһында билдәлелек яуланы. Бирелә балалар, тренажер һәм күп функциялы спорт майҙансыҡтары, скейт-парк, беседкалар, эскәмйәләр, сәскә түтәлдәре, декоратив ҡыуаҡтар үҫкән тематик аллеялар, йәйәүлеләр юлдары, йыһазландырылған пляж барлыҡҡа килде. Үткән йыл бирелә асыҡ һауала концерт майҙансығы эшләнде. Шунан башлап парк мәҙәни һәм спорт саралары үткәреү урынына ла әйләнде. Үҙгәрештәр ҡариҙелдәр күңеленә хуш килде, хәҙер улар кисен балалар менән ял итә, спорт менән шөғөлләнә.
Фекер...
Мирза Хөсәйенов, район Советы депутаты:
— 2023 йылда Ҡариҙелдә яр буйы 11,892 миллион һумға төҙөкләндерелгән, шуларҙың 8,595 миллион һумы — субсидия, ә 2,933 миллион һумы урындағы бюджеттан бүленгән. Ағымдағы йылда ла ошо объектта төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Шулай итеп, районда йәмәғәт урындарын яңыртыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ғына биш йыл эсендә 48 миллион һум аҡса үҙләштерелгән, был бер йылға яҡынса 8-әр-9-ар миллион тигән һүҙ.
Республика Башлығы булып эш башлаған саҡта Радий Хәбиров муниципалитеттар үҫеше программаһын тормошҡа ашырғанда ауылдарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында уйларға кәрәклеген билдәләгәйне. “Уңайлы ҡала мөхите тыуҙырыу — ул мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Сөнки уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү кимәлен үҫтерә, яҡшырта. Был төҙөкләндерелгән парктарҙы, скверҙарҙы, ял урындарын, яҡшы үҫешкән инфраструктураны һәм халыҡ өсөн ойошторолған мәҙәни сараларҙы үҙ эсенә ала”, — тигәйне ул.
Лилиә Бәҙретдинова.
Ҡариҙел районы.