Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Сентябрь , 16:25

Тел өйрәнеү өсөн сиктәр юҡ

Бөрө ҡалаһында һәм районында бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк етәксеһе вазифа­һына тәғәйенлән­гән­дән алып төрлө уңайлы осраҡтарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теле бу­лараҡ уның ҡулланылыш даирә­һен киңәйтеү тураһында үҙ фекер­ҙә­рен әйтә, социаль селтәрҙәге сә­хи­фәләрендә яҙа. Һәм һәр ва­ҡыт был эште бер көн эсендә ге­нә баш­ҡарыу мөмкин түгеллеген, ҙур уңыш­тарҙың бәләкәй аҙым­дарҙан башланыуын бил­дәләй.2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылды. 2019 йылдан Башҡортостанда дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында республика етәксеһе гранты билдәләнде. Йыл һайын финанслау күләме 50 миллион һум тәшкил итә. 2023 йылда БР Хөкүмәтенең иң яҡшы башҡорт һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшырылған премиялар һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды.Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, республика мәғариф системаһында 13 туған тел өйрәнелә. Мәктәптәрҙә рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва, украин, немец һәм белорус телдәре уҡытыла. Башҡортостанда һигеҙ полилингваль күп профилле мәктәп уңышлы эшләй. 2024 йылда Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай ике мәктәп асыу, 2030 йылға тиклем республикала өҫтәмә һигеҙ полилингваль белем биреү учреждениеһы төҙөү планлаштырыла.

Тел өйрәнеү өсөн сиктәр юҡ
Тел өйрәнеү өсөн сиктәр юҡ

Мәктәптә башҡорт телен өйрәнеү балаларҙың аң даирәһен киңәйтә, фекерләүҙе, хәтерҙе үҫтерә, сит телдәрҙе тиҙерәк үҙләштерергә ярҙам итә, башҡа милләт вәкилдәренә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй, ғөмүмән, баланың һәр яҡлап үҫешен тәьмин итә. Бөрө ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә башҡорт теле дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәнелә.
Белем усағының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып уҡыусыларҙың танып белеүен, ҡыҙыҡһыныуҙарын, әүҙемлеген һәм үҙаллылығын формалаштырыу тора. Уҡыу-танып белеү эшмәкәрлеге дәрестән тыш тәрбиә эшенең төрлө формаларында дауам итә. Өҫтәмә белем биреү менән бәйле сараларҙа үҫеп килгән быуында Ватанға, туған телгә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү, ғаилә бәйләнештәрен һәм быуындар күсәгилешлеген нығытыу, Башҡортостан һәм үҙ ғаиләһенең тарихына ҡыҙыҡһыныуҙарын үҫтереү, тарихи аң формалаштырыу маҡсатына ирешә аласаҡбыҙ.
Мәктәптең уҡыу планына ярашлы, октябрҙә 1-се-11-се класс уҡыусылары араһында Республика көнөнә арналған «Республикамды данлайым» класс сәғәттәре, иншалар, яттан шиғыр һөйләү, туған тел аҙналығы үткәрелә. Конкурс үҫмерҙәрҙе республика халыҡтарының рухи мираҫына йәлеп итеү, тарихыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеүгә тәрән ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, уҡыусыларҙың этник-ара толерантлығын формалаштырыу, юғары әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәргә ынтылышлы ижади шәхес тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла. «Туҡай моңдары» Бөтә Рәсәй конкурсында ла уҡыусыларыбыҙ әүҙем ҡатнаша.
Балалар үҙҙәренең уҡытыусылары менән ғаилә шәжәрәһен өйрәнеү һәм төҙөү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Уҡыусылар беҙҙе данлы кешеләр менән таныштыра. Мәҫәлән, быйыл район кимәлендә уҙғарылған “Минең шәжәрәм” конкурсында Рәмил Вәлинуров 1-се урын яуланы.
Йыл һайын туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙы илдең тарихына, мәҙәниәтенә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә йәлеп итеү, тикшеренеү эштәрен әүҙемләштереү һәм камиллаштырыу маҡсатында «Башҡортостан ынйылары» конкурс-фестивалендә сығыш яһайбыҙ. Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыуҙа, этнографик, географик һәм башҡа республика кимәлендә үткән диктанттар яҙыуҙа ҡатнашабыҙ.
Беҙҙең районға ғына хас «Халҡым йырҙары» конкурсы үтә. Етенсе йыл үткәрелгән конкурста 1-се-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Сара туған телдә йырҙар өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй, башҡа мәҙәниәттәргә толерантлыҡ һәм ихтирам үҫтерә.
Башҡорт һәм донъя халыҡтары ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу, уҡыусыларҙың шиғри һәм импровизаторлыҡ һәләтен үҫтереү маҡсатында уҡыусылар "Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында башҡорт, рус, татар, мари, ненец, ҡытай, үзбәк халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә кинәнеп һөйләй.
Туған тел уҡытыусылары уҡыусы шәхесен үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан декадниктар, асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар, китаптар күргәҙмәһе, юбилей даталарына бәйле конференциялар үткәрә, стена гәзиттәре сығара.
Район уҡытыусылары өсөн семинарҙар уҙғарабыҙ. Унда асыҡ дәрестәр, саралар һәм "түңәрәк өҫтәл" ойошторола. Уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү маҡсатынан республика Башлығы тарафынан булдырылған гранттар конкурсында ҡатнашып, беҙҙең мәктәптән татар теле уҡытыусыһы Рәмзиә Рухылбаян ҡыҙы Латыпова менән мари теле уҡытыусыһы Серафима Ивановна Апсаттарова дәүләт ярҙамы алды.
Бөгөн туған телде әсә теле булараҡ өйрәнеү кәрәклегенә шикләнеүселәр ҡалманы. Бала үҙенең телен белергә тейеш. Был — тормош һәм тәбиғәт ҡануны.
Әлфинә Сәйетгәрәева.

Фекер...
Линара Хисмәтуллина, Бөрө районы һәм ҡалаһы мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы:
— Башҡорт телен өйрәнеү, бигерәк тә балаларҙа һәм йәштәрҙә телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында Бөрө ҡалаһында һәм районында байтаҡ эштәр башҡарыла. Олимпиадалар, предмет аҙналыҡтары, ғилми-ғәмәли конференциялар, халыҡ-ара диктанттар, мәктәп, район һәм республика конкурстары, Милли кейем көнө – барыһы ла ҙур әҙерлек менән уҙа. Апрель айында үткәрелгән диктант башҡорт телендә таҙа һөйләшкәндәрҙе лә, башланғыс кимәлдә белгәндәрҙе лә, үҙебеҙҙең төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашҡандарҙы ла бергә туплай. Тап ошондай акциялар беҙҙең телде пропагандалай.
Белешмә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк етәксеһе вазифа­һына тәғәйенлән­гән­дән алып төрлө уңайлы осраҡтарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теле бу­лараҡ уның ҡулланылыш даирә­һен киңәйтеү тураһында үҙ фекер­ҙә­рен әйтә, социаль селтәрҙәге сә­хи­фәләрендә яҙа. Һәм һәр ва­ҡыт был эште бер көн эсендә ге­нә баш­ҡарыу мөмкин түгеллеген, ҙур уңыш­тарҙың бәләкәй аҙым­дарҙан башланыуын бил­дәләй.
2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд булдырылды. 2019 йылдан Башҡортостанда дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында республика етәксеһе гранты билдәләнде. Йыл һайын финанслау күләме 50 миллион һум тәшкил итә.
2023 йылда БР Хөкүмәтенең иң яҡшы башҡорт һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшырылған премиялар һаны 50-нән 100-гә тиклем арттырылды.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин һүҙҙәренсә, республика мәғариф системаһында 13 туған тел өйрәнелә. Мәктәптәрҙә рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва, украин, немец һәм белорус телдәре уҡытыла.
Башҡортостанда һигеҙ полилингваль күп профилле мәктәп уңышлы эшләй. 2024 йылда Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай ике мәктәп асыу, 2030 йылға тиклем республикала өҫтәмә һигеҙ полилингваль белем биреү учреждениеһы төҙөү планлаштырыла.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ла йыл һайын башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттарға грант ярҙамы конкурстарын уҙғара. Мәҫәлән, былтыр дөйөм суммаһы 900 мең һумлыҡ 25 грант киң мәғлүмәт өлкәһендәге башланғыстарҙы һәм онлайн-проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелде.

Тел өйрәнеү өсөн сиктәр юҡ
Тел өйрәнеү өсөн сиктәр юҡ
Читайте нас: