Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Сентябрь , 10:00

Был төнәтмә бауырҙы таҙарта

Уҫаҡ бик күп дауалау үҙенсәлегенә эйә. Ул эсәктәрҙәге барлыҡ зарарлы инфекцияны юҡҡа сығара һәм сәләмәт микромөхит өсөн бөтә шарттар тыуҙыра.

Был төнәтмә бауырҙы таҙарта
Был төнәтмә бауырҙы таҙарта

Ике балғалаҡ уҫаҡ онтағын бер литрлыҡ термосҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға һәм төнгөлөккә төнәтергә ҡалдырырға. Иртәгеһенә көнө буйы тигеҙ өлөштәргә бүлеп эсергә. Был ысул бауырҙы, ашҡаҙан аҫты биҙен, бөйөрҙәрҙе һәм быуындарҙы таҙартырға ярҙам итә. Термосҡа төрлө дарыу үләндәре лә өҫтәргә мөмкин.

Кемдәргә тыйыла: ауырлы ҡатындарға, бала имеҙеүсе йәш әсәләргә, кескәй балаларға, аллергияһы булғандарға һәм бауыр, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолғандарға.

Уҫаҡ ҡайырыһы менән дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Ильфира Аккужина
https://aulut.ru/news/common_material/2024-09-24/byl-t-n-tm-bauyr-y-ta-arta-3943269?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=154015572
Автор:
Читайте нас: