Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Сентябрь 2024, 07:25

Виктория Зәйниева Мишкә районында татлы кәсепте уңышлы үҫтерә

Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк иҡтисадының нигеҙе булған агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә, сөнки ауыл хужалығы эш урындарын һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Фермерҙарға төрлө ярҙам төрҙәре, мәҫәлән, гранттар, субсидиялар бирелә, ташламалар ҡаралған. Умартасы булараҡ ниндәй грант ярҙамы алыуы тураһында крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Виктория Зәйниева һөйләне.

Виктория Зәйниева Мишкә районында  татлы  кәсепте уңышлы үҫтерәВиктория Зәйниева Мишкә районында  татлы  кәсепте уңышлы үҫтерә
Виктория Зәйниева Мишкә районында татлы кәсепте уңышлы үҫтерә

— Виктория Вениаминовна, һеҙ умартасылыҡ менән ҡасандан башлап шөғөлләнәһегеҙ?
— Бала саҡтан, тип әйтһәң дә була. Үҙемде белгәндән башлап беҙҙә һәр ваҡыт бал ҡорттары тоттолар. Олатайымдың баҡсаһында умарталығы бар ине. Ваҡыт үткән һайын ул үҫә барҙы һәм беҙ ауыл ситенә күсенгәс, ул бөтөнләй ҙурайҙы. Умартасылыҡ — минең төп һөнәрем әлеге ваҡытта. Мин шәхси эшҡыуар, ҡортсолоҡ йүнәлешендә үҙемдең крәҫтиән-фермер хужалығым бар. Умарталыҡ Ҡорманай ауылында урынлашҡан. Хужалыҡта әлеге ваҡытта 100-гә яҡын баш ҡорт бар.
— Республикабыҙ даны ул — башҡорт балы. Үҙегеҙҙең хужалыҡта бал ҡорттарының ниндәй тоҡомдарын үрсетәһегеҙ?
— Умарталыҡта урта рус тоҡомло ҡорттар үрсетәбеҙ. Улар ҡышты яҡшы сыға. Ләкин уларҙың кәйефенә ҡарап эшләргә тура килә. Һыуыҡ, ямғырлы һауа торошо булып, үҫемлектәр нектар бүлеп сығармағанда ҡорттар асыулы. Яҡшы көндө үҙҙәрен тыныс тоталар.
— Бал ҡорттары ауырыуҙарын нисек профилактикалайһығыҙ?
— Уларҙың иммунитеттарын нығытыу өсөн төрлө саралар үткәрелә. Беҙ, мәҫәлән, “БашИнком” фәнни-ҡулланыу предприятиеһының тәбиғи препараттарын бирәбеҙ. Шулай уҡ үҙебеҙ һарымһаҡ, әрем, әсе борос ҡушып аҙыҡ әҙерләйбеҙ. Был үҫемлектәр — умартасыларҙың ысын ярҙамсыһы. Улар бал ҡорттарының һаулығын нығыта, паразиттарҙы ла ҡурҡыта.
— Бал ҡорто тигәндә балды күҙ алдына килтерәбеҙ, ләкин умартасылыҡ бит ул татлы ризыҡ етештереү генә түгел.
— Бал ҡорттары бал ғына бирмәй. Уларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә беҙ кеше организмы өсөн ҡиммәтле витаминдар сығанағы: инә ҡорт һөтө, һитә, прополис, һоро ҡорт гомогенаты алабыҙ. Умарталығыбыҙҙа умарталарҙа йоҡлау өсөн махсус бина эшләнек. Шулай уҡ ингаляциялар үткәреү кабинеты бар: кеше умарта һауаһын һулай. Ҡунаҡтарҙың ҡурҡмағандары апитерапияны ла ҡуллана — был бал ҡортонан саҡтырып дауаланыу.
— Республикабыҙ илдең баллы төбәге тип һанала, шуға ла умартасылыҡҡа ҙур иғтибар бирелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән умартасылыҡ хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Һеҙ ошондай грант программаһының береһендә ҡатнаштығыҙ. Шул турала һөйләп китегеҙ әле.
— 2020 йылда мин “Агростартап” программаһында ҡатнаштым. Һайлап алыу турынан һуң проекттарҙы яҡланыҡ. Һөҙөмтәлә беҙгә өс миллион һум күләмендә грант ярҙамы бирҙеләр. Алған аҡсаларға бал ҡорттары, умарталар, бал һурҙырғыс һәм бал һалыу өсөн йыһаздар һатып алдыҡ.
— Зәйниевтар балы Башҡортостанда ғына түгел унан ситтә лә билдәле.
— Беҙҙең продукцияның исеме “Ҡорттан бал” тип атала. Ысынлап та, республиканан ситтә лә беҙҙе беләләр. Продукциябыҙҙы урындағы магазиндарға һатырға ҡуябыҙ, Ҡаҙағстанға ебәрәбеҙ. Һәр саҡ йәрминкәләрҙә ҡатнашабыҙ. Һуңғы йылдарҙа һатыуҙа ялған бал йыш осрай, шуға күрә, баҙарға сығыр алдынан балдың сифатын белеү өсөн лаборатор тикшереүҙәр үткәреү мөһим. Тикшергәндән һуң сертификат бирәләр. Балдан тыш беҙ тағы ла бал ҡорттары һәм уның продукттарын һатабыҙ. Баллы леденецтар етештерә башланыҡ.
— Һеҙ бөгөн — тәжрибәле умартасы, ә ниндәй ауырлыҡтарға осранығыҙ элегерәк?
— Башта һатыу өлкәһендә тәжрибә юҡ ине. Хәҙер сауҙа каналдарын киңәйтке килә, шуға баллы леденецтарға иғтибар бирә башланым. Уларҙы яратып алалар. Леденецтарға ла яраҡлылыҡ декларацияһы булыуы мөһим. Беҙ уларҙы кафе һәм магазиндарға ҡуя башланыҡ.

шөғөлләнә, ә ҡышын ял итә, тип уйлай. Был фекер менән килешәһегеҙме?
— Умартасы ҡышын аҙраҡ ял итә тиергә мөмкин. Ләкин унан алда, көҙөн ул ҡорттарға “ревизия” эшләй. Кәрә
шлаған ергә барырға, уларҙың ҡышлауын күҙәтергә кәрәк. Бал да шунда уҡ һатылып бөтмәй. Бынан тыш, умартасылыҡ өлкәһендә яңы технологияларҙы ла өйрәнеү мөһим.
— Халыҡ әйткәнсә, ғүмер буйы уҡырға, өйрәнергә кәрәк инде. Һеҙ ысын умартасы булараҡ, был ҡағиҙәне үтәйһегеҙме?
— Эйе. Мин ике ҡабат фермер мәктәбендә умартасылыҡ һәм туристик йүнәлеш буйынса уҡыным. Конкурстарҙа ҡатнашыу белем, тәжрибә бирә, яңы таныштар осратаһың. Шуға күрә, мин йыл да “Агрокомплекс” халыҡ-ара форумында, “Туристик сувенир” Бөтә Рәсәй конкурсында, “Qastro Master” гастрономия чемпионатында, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә, “Башҡортостан продукты” проектында ҡатнашырға тырышам. Үҙебеҙҙең продукция менән ғорурланам — һәр ваҡыт конкурстарҙа балыбыҙ һәм леденецтар призлы урындар ала. Был алға атларға ҙур этәргес бирә.
— Виктория Вениаминовна, һеҙ умартасылыҡтан тыш тағы ла нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
— Әлеге ваҡытта кондитер йүнәлешен үҫтерә башланым — таяҡсыҡта баллы леденецтар эшләйбеҙ. Быны киңәйтергә һәм “Монпасье” кәнфитен сығарырға ниәтләйем.
— Ғаилә ағзаларығыҙ умартасылыҡҡа нисек ҡарай? Һеҙгә булышалармы?
— Бер кеше генә ҡорт ҡарай алмай. Бар ғаиләм булыша. Иң күбе атайым Вениамин Зәйниев ҙур ярҙам күрһәтә. Архив мәғлүмәттәре буйынса беҙҙең ғаилә бишенсе быуын умартасылар булып һанала.
— Мишкә агросәнәғәт колледжында студенттар умартасы һөнәрен үҙләштерә. Ныҡлап был кәсеп менән шөғөлләнергә теләгән йәштәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
— Улар үҙҙәренең һөнәрен яратырға тейеш. Ҡыҙыҡһыныу булһа, һөҙөмтә лә көттөрмәҫ. Умарта ҡуйҙың да, бал ҡорттары бал йыйҙы ғына түгел бит. Ә ысынында, уларҙың тормошон өйрәнеү, эшләгәндәрен күҙәтеү бик ҡыҙыҡ.
— Виктория Вениаминовна, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Фекер...
Дамир Усманов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары — ауыл хужалығы бүлеге начальнигы:
— Ауыл хужалығы өлкәһендә дәүләт ярҙамы менән эшҡыуарҙар үҙҙәренең эшен үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр ала. Бының менән улар районда агросәнәғәт комплексын да киңәйтә. Виктория Зәйниева эшҡыуарҙар өсөн яҡшы өлгө булып тора. Ул маҡсатсан кеше, һәр ваҡыт яңы продукция етештереү һәм уны һатыу юлдарының яңы ысулдарын таба. Был фекер менән республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре лә килешә. 


Виктория Ишмырҙина.
Мишкә районы.

 

 

Виктория Зәйниева Мишкә районында  татлы  кәсепте уңышлы үҫтерә
Виктория Зәйниева Мишкә районында татлы кәсепте уңышлы үҫтерә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас