Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Сентябрь 2024, 04:00

Борсолорға урын бармы?

Ҡайһы осраҡта йөрәк тибеше үҙгәрешенә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк?  

Борсолорға урын бармы?Борсолорға урын бармы?
Борсолорға урын бармы?

 Аритмия  урта һәм оло йәштәге кешеләрҙә йыш күҙәтелә.  Әммә  хәүефләнергә ашыҡмағыҙ.  Әгәр ҙә бик һирәк һәм аҙ ғына ваҡытҡа йөрәк тибешендә үҙгәрештәр күҙәтелһә, борсолорға урын юҡ. Ул  йоҡо туймауҙан, ҡайһы бер дарыуҙар эсеүҙән, стрестан, физик көсөргәнештән, алкоголдән һәм тәмәке тартыуҙан була.

Ә ҡайһы бер осраҡта  йөрәк тибешенең үҙгәреше етди ауырыуҙар хаҡында тәүге сигнал булыуы ихтимал. Шунлыҡтан,  йөрәк ритмы бик йыш боҙолһа,    бер үк ваҡытта  күкрәктә ауыртыу барлыҡҡа килһә, күҙ алды ҡараңғыланып баш әйләнһә, тын етмәй башлаған кеүек тойолһа,  табипҡа күренеүҙе оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Ғәҙәттә, был осраҡта йөрәктә сирҙең булыу-булмауын ЭКГ,  УЗИ үткәреп    асыҡлайҙар.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:
Читайте нас