Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Сентябрь 2024, 04:00

Йылы көндәргә оҙаҡ ҡыуанып та өлгөрмәнек

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә... 

Йылы көндәргә оҙаҡ ҡыуанып та өлгөрмәнекЙылы көндәргә оҙаҡ ҡыуанып та өлгөрмәнек
Йылы көндәргә оҙаҡ ҡыуанып та өлгөрмәнек

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәрттеләр. Бөгөн, 20 сентябрҙә Башҡортостан буйынса йәшен йәшнәүе, көньяҡ райондарҙа 2 градусҡаса ҡырау төшөүе, автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмейәсәк.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, йома аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, айырым райондарҙа йәшен. Ел көнбайыштан секундына 8-13 метр.

Һауа температураһы төндә 5, 10 градус, республиканың көньяҡ райондарында һауала һәм тупраҡ өҫтәндә ҡырау төшә, 0, -2-ҡаса һыуыта, көндөҙ 15, 20 градус.

Фото: "Уфа1". 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2024-09-20/yyly-k-nd-rg-o-a-yuanyp-ta-lg-rm-nek-3937567?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас