Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Сентябрь 2024, 09:30

Оҫта ҡурайсы менән осрашыу

Район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары өсөн башҡорт халҡының данлыҡлы уйын ҡоралын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Оҫта ҡурайсы менән осрашыуОҫта ҡурайсы менән осрашыу
Оҫта ҡурайсы менән осрашыу

Бөгөн Асҡын 2-се һәм 1-се урта мәктәптәрендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе,  БР-ҙың дәүләт ҡурайсылар ансамбле солисы Вәсил Ришат улы Баймырҙин башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы — ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сара “Башҡорт йолалары вариҫтары” 2-се республика халыҡ ижады фестивале сиктәрендә үтте.

Ҡурай — ул халҡыбыҙҙың символы һәм ғорурлығы ғына түгел, милли бренды ла. “Ҡайҙа башҡорт, шунда ҡурай”, ти халыҡ әйтеме.Вәсил Ришат улы уҡыусыларҙы  башҡорт мәҙәниәте менән таныштырып, үҙе алып килгән ҡурай үләненән башҡорт халҡының милли музыка ҡоралын эшләргә өйрәтте. Башҡорт яугирҙарының ҡурайҙан хатта һуғыш яланында ла айырылмауы тураһында  һөйләп, “Ҡаһым түрә”, “Боронғо һалдат маршы”, Порт Артур” кеүек башҡорт халыҡ көйҙәрен моңло итеп уйнап ишеттерҙе. Уҡыусылар, бигерәк тә малайҙар, оҫта ҡурайсыға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, рус телендә, заманса көйҙәр ҙә уйнауын һораны.

  • Республиканың Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары менән тығыҙ элемтәлә эшләп, төрлө райондарҙа үткән фестивалдәрҙә, конкурстарҙа йыш ҡатнашһам да, Асҡын районына беренселәй килеүем. Маҡсатыбыҙ — балаларҙы башҡорт мәҙәниәте менән тәрәндән таныштырыу, башҡорт милли музыҡа ҡоралы булған ҡурайға ҡыҙыҡһыныу уятыу, уйнарға өйрәтеү. Мин үҙем етәкләгән Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбленең уңыштары һанап бөткөһөҙ. Ансамблебеҙ гимназияла ғына түгел, ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай. Әйткәндәй, Асҡын районынан һәләтле егет Айдар Харисов та минең уҡыусым булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Республиканың  дәүләт ҡурайсылар ансамбле  төҙөлөүе лә быға асыҡ дәлил. Бөгөнгө осрашыуҙан шуны әйтке килә, балалар ҡыҙыҡһыныусан, малайҙарҙың күҙҙәре янып тора, районда ошо йүнәлеште үҫтерергә кәрәк, — тине 25 йылдан артыҡ ғүмерен ҡурай сәнғәтенә бағышлаған Вәсил Баймырҙин.

Вәсил Ришат улы осрашыу аҙағында уҡыусыларға уҡыуҙарында уңышлар теләп, ҡыҙыҡһыныуҙарын, һәләттәрен үҫтерергә, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнергә саҡырҙы һәм үҙенең эшләп күрһәткән ҡурайын мәктәпкә бүләк итте.

Илһөйәр Махатова.

Оҫта ҡурайсы менән осрашыу
Оҫта ҡурайсы менән осрашыу
Оҫта ҡурайсы менән осрашыу
Оҫта ҡурайсы менән осрашыу
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас