Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Сентябрь 2024, 10:10

“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”

Петропавловка ауыл китапханаһында фәһемле сара үтте

“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”
“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”

Һуңғы йылдарҙа мәғлүмәт-телекоммуникация технологиялары ярҙамында мутлашыу осраҡтары көсәйә. Енәйәтселәр граждандарҙан аҡса урлауҙың төрлө ысулдарын һәм схемаларын даими уйлап таба һәм ҡуллана. Айырыуса тиҙ ышанып барыусан кешеләр – оло йәштәгеләр һәм балалар мутлашыусыларҙың тоҙағына тиҙ эләгә. Ошоға бәйле әлеге аҙнала Башҡортостанда “Туҡта, мутлашыусы!” акцияһы бара.

Петропавловка ауыл китапханасыһы Рина Муллахан ҡыҙы Миншәехова республика акцияһы сиктәрендә “Туҡта, мутлашыусы!” тигән аңлатыу сараһы үткәрҙе. Тәжрибәле китапханасы күргәҙмәлелек ярҙамында мутлашыуҙың яңы ысулдары тураһында һөйләне, теге йәки был осраҡта үҙеңде нисек тотоу, ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә ҡалдырыу тураһында һүҙ алып барҙы.

Сарала ҡатнашыусылар киң таралған мутлыҡ схемалары, енәйәтсене нисек таныу һәм нисек һаҡланыу хаҡында фәһемле мәғлүмәт алды.

Бер ҡарағанда һаҡ булыу ҡағиҙәләрен барыбыҙ ҙа беләбеҙ кеүек, ләкин уларҙы тағы ла бер ҡабат иҫкә төшөрөп китеү яҡшы булыр:

– иғтибарлы булығыҙ, билдәһеҙ телефон номерынан шылтыратыусыларға ышанмағыҙ. Смс-хәбәрҙә килгән кодты бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ;

– сит кешеләргә үҙегеҙ тураһында мәғлүмәт бирмәгеҙ. Мутлашыусылар һәр төрлө мәғлүмәтте һеҙгә ҡаршы ҡуллана ала. Был паспорт мәғлүмәттәренә генә түгел, ә телефон номерҙарына, иҫәп-хисаптарға, банк карталарына һәм башҡаларға ла ҡағыла;

– онлайн түләүҙәрҙең ышаныслы сервистарын ғына ҡулланығыҙ. Шикле һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ;

– картаның юғалыуы йәки урланыуы тураһында банкка ваҡытында хәбәр итергә;

– “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге иҫәп яҙмаһын һаҡларға кәрәк: өҫтәмә раҫлау ысулы менән инеү юлын көйләгеҙ, электрон почтаға инеү тураһында белдереүҙәрҙе тоташтырығыҙ, контроль һорау ҡуйығыҙ, башҡа сайттарҙа осрамаған уникаль логин һәм пароль ҡулланығыҙ;

–Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторған “Мошки” телеграм-каналына яҙылығыҙ (https://t.me/bashmoshki). Унда даими нигеҙҙә мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып мутлыҡ ҡылыусыларҙың алымдары һәм ысулдары яҡтыртыла.Бында ҡулланыусыларға мутлашыусыларҙың схемалары тураһында хәбәр ителә, файҙалы кәңәштәр бирелә. Шулай уҡ уңайлы чат-бот һеҙҙең һорауҙарға яуап бирәсәк.

Барыбыҙҙың да иғтибарлы һәм уяу булыуҙы талап итә замана. Бирешмәйек, алданмайыҡ!

Илһөйәр Махатова.

“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”
“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”
“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”
“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”
“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”
“Мутлашыусылар ҡорбаны булмағыҙ!”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас