Башҡортостанда туризм үҫешенә республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән төҙөлгән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты булышлыҡ итә. Ҡариҙелдә ул ҙур билдәлелек яуланы.
Күптән түгел 50 “көмөш” быуын вәкиле Благовещен районына “Изге ҡыуаҡтар” Успенский Изге Георгий ирҙәр ғибәҙәтханаһына мауыҡтырғыс экскурсияға юлланды. Тур “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.
Тәжрибәле гид ололарға монастырҙың бай тарихы тураһында һөйләне. Халыҡ иғтибарын йәлеп итә торған был һоҡланғыс урындың архитектураһы төрлө дәүерҙәрҙе һәм стилдәрҙе сағылдыра. Эске йортта экскурсияла булғандан һуң ҡариҙелдәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Турҙа ҡатнашыусылар урындағы оҫталарҙың ҡул эше күргәҙмәһе менән танышты, тәмле аш-һыуҙан ауыҙ итте. Артабан Ҡыҙыл ҡаяларға һәм “Ҡыҙыл шишмә”гә барҙылар.
— Бындай экскурсиялар яңы урындар менән танышыу мөмкинлеге генә түгел, ә өйҙәге мәшәҡәттәрҙән арынып сығып, яңы кешеләр менән танышыу, кәйефте күтәреп, рәхәтләнеп сәйәхәт итеп йөрөп ҡайтыу ҙа, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша хаҡлы ялдағылар.
Шуны ла әйтергә кәрәк, районда хакимиәт тарафынан республика проектына оҡшаш “Әүҙем оҙон ғүмерлелек — Ҡариҙел районы байлығы” программаһы төҙөлдө. Уның сиктәрендә йәйен өс төркөм ололар “Тыуған яҡ матурлығы” экскурсия турында һәм Ҡариҙел ауылындағы күп функциялы клубта, Үҙәк район модель китапханаһында, тыуған яҡты өйрәнеү музейында, ғибәҙәтханала һәм йәкшәмбе мәктәбендә булды. Экскурсия “Йондоҙло” әүҙем ял клубына барыу һәм Ҡариҙел йылғаһы буйлап теплоходта йөрөү менән тамамланды. Сәйәхәт хаҡлы ялдағыларға бик оҡшаны һәм күңелдәрендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Фекер...
Зилә Закирова, район хакимиәтенең мәғлүмәти-аналитик эш буйынса бүлек начальнигы:
— “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика проекты ярҙамында райондың оло быуын кешеләре Ҡариҙелдән ситкә сығып, республиканың матур урындары, иҫтәлекле ерҙәре менән танышыу, яңылыҡтар белеү мөмкинлегенә эйә булды. Был оло кешеләрҙең һаулығына ла ыңғай йоғонто яһай. Ләкин программа буйынса квоталар етерлек түгел, бөтә район кешеһен йәлеп итеп булмай. Шуға күрә беҙ районда үҙ программабыҙҙы төҙөнөк, уның маршруты буйынса ололар Ҡариҙелдең һоҡланғыс ерҙәре менән таныша. Шуныһы ҡыҙыҡ, республика программаһы буйынса күберәге ҡатын-ҡыҙҙар заявка бирһә, район буйлап сәйәхәткә сығырға ир кешеләр ҙә әҙер.
Лилиә Бәҙретдинова.