Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2024, 09:34

Тырыштарға уңыш йылмая

Егәрле фермер «Агростартап» программаһында ҡатнашып, грант алыуға өлгәшкән

Тырыштарға уңыш йылмая
Тырыштарға уңыш йылмая

Беҙҙең районда фермер хужалыҡтарының күбеһе тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Үләй ауылынан Сулпан һәм Зәмир Ғайфуллиндар ҙа дәүләт ярҙамын алып, малсылыҡ менән шөғөлләнә.

— Мин бәләкәйҙән күпләп мал аҫрарға хыялланып үҫтем. Ғаилә ҡорғас, тормош иптәшем Сулпан менән тәүҙә шәхси хужалығыбыҙҙа бер нисә баш мал ҡарап, тәжрибә тупланыҡ. Ҡыҙҙар ҙа үҫеп, ҡул араһына инә башлағас, ауыл ерендә башҡа эш урыны юҡ тип, крәҫтиән-фермер хужалығы булдырырға ниәтләнек. Ауыл хужалығы идаралығына мөрәжәғәт итеп, “Агростартап” программаһы буйынса грант оттоҡ. Ул программаның, әлбиттә, үҙ шарты бар. Шуға ярашлы, беҙ 25 баш герефорд тоҡомло тана һәм бер “Беларусь” тракторы алдыҡ. Бына биш йыл инде ит йүнәлеше буйынса мал үрсетәбеҙ. Аҙна һайын баҙарҙа һатабыҙ. Әлеге ваҡытта фермала 100 башҡа яҡын герефорд тоҡомло мал аҫрала. Был быҙауҙар тиҙ үҫә һәм уларҙа иттең сығышы 65-70 процент тәшкил итә. Хужалығыбыҙҙағы быҙауҙар көн һайын уртаса 1000 грамм үҫеш бирә. Ҡышлатыу осорона мал аҙығы етерлек күләмдә әҙерләнә. Мал һаны артҡас, тағы ике кешегә эш урыны булдырҙыҡ. Тормош иптәшем минең оло таянысым, ярҙамсым. Ҡыҙҙарым да ошонда эшләй. Олоһо Диләрә хужалыҡтың иҫәп-хисап эшен алып бара. Эльнара менән Азалия көн оҙоно фермала, малдарҙы ашатыу, эсереү уларға йөкләтелгән, — тип һөйләне Зәмир Ғилмулла улы.

 

Республика Башлығы Радий Хәбиров:
“Финанс ярҙам ауылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә мөһим фактор булып тора”.
2023 йылда республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре тарафынан 4041 баш тоҡомло йәш эре мөгөҙлө мал һатып алынған, шул иҫәптән 3363 баш һөт һәм 678 баш ит йүнәлешендә. Нигеҙҙә, был үҙебеҙҙең тоҡомло мал — 96 проценттан артығы. 2019-2023 йылдарҙа республика хужалыҡтары тарафынан барлығы 4,7 миллиард һумлыҡ 30965 баш тоҡомло мал һатып алынған.


Әйткәндәй, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлап ҡайтҡан Диләрә “Йәш белгес” республика программаһы буйынса матди ярҙам алды. Йәштәр өсөн был ауыл ерендә эшләргә стимул булып тора. Диләрә киләсәк тормошон ауыл хужалығы менән бәйләүенә шат. Бигерәк тә ул аттар ҡарарға ярата.
— Аттар беҙҙең ҡыҙҙарҙың хоббийы. Улар төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай. Киләсәктә бәлки йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнербеҙ. Пландар күп, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн берҙәмлек һәм көс кәрәк. Фермер булараҡ, мин ошо ерҙә тир түккән ата-бабаларымдың ниндәй тырыш булыуын аңланым, сөнки улар ҙа ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында эшләгән, бирешмәгән, ныҡ булған, — тип киләсәккә пландары менән дә бүлеште Зәмир Ғайфуллин.

 

Фекер...
Илвер Нурмөхәмәтов, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы:
— Бөгөн ауыл хужалығы етештереү комплексы үҫешендә хужалыҡ итеүҙең кесе төрҙәре әһәмиәтле урын биләй. Киләсәктә ауылдарҙың тотороҡло үҫеүе нәҡ ошо крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының, ғаилә фермаларының һөҙөмтәле эшләүенә бәйле. Инде бер нисә йыл дауамында районыбыҙҙа әлеге йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыла. Маҡсат — был эште тағы ла киңерәк йәйелдереү, халыҡтың әүҙемлеген арттырыу. Крәҫтиән-фермер хужалығы алып барыусыларға ауылда тормош зарланырлыҡ түгел. Республика Башлығы Радий Хәбиров төрлө йүнәлештәге программалар менән ярҙам итә. Бары тик теләк һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн тырышлыҡ кәрәк.

 

Гөлназ Хужина.

Борай районы.

Автор:
Читайте нас: