Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Уның маҡсаты — халыҡ йолаларына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү, мәҙәни-рухи байлыҡты һаҡлау.
Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт йәшәй. Милли кейем — ул халыҡтың мәҙәниәте һәм тарихы, уның традициялары һәм йәшәү рәүеше. Бөгөн Асҡын балалар моделле китапханаһында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө уңайынан китапханасы, саралар ойоштороусы Гөлүсә Ғәлиева “Күк сәскә” балалар баҡсаһының Карамелька өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән “Милли кейем матурлығы” тип аталған фәһемле дәрес үткәрҙе.
Балалар уйын формаһында республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың кейем үҙенсәлектәре менән танышты, баш кейемдәре, түшелдеректәр, биҙәүестәр хаҡында белде.
Сара аҙағында Гөлүсә Хисаметдин ҡыҙы балаларға милли башҡорт кейеменең төп төҫтәрен иҫтә ҡалдырыу өсөн буяуҙар таратты, балалар түбәтәйҙәрҙе, милли кейемдәрҙе халыҡ биҙәктәре менән биҙәне, буяны.
Илһөйәр Махатова.
Светлана Пятышина фотолары.