Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Сентябрь 2024, 10:10

Берҙәм тырышлыҡ менән

Упҡанкүл ауылында мәктәп биләмәһен кәртәләп алыу буйынса өмәләр үтә

Берҙәм тырышлыҡ менән
Берҙәм тырышлыҡ менән

Быйыл упҡанкүлдәр “Мәктәп территорияһын төҙөкләндереү һәм кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдары һатып алыу” проекты менән Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашты һәм еңеп сыҡты.  Һәм бына  халыҡтан йыйылған һәм бюджеттан бүленгән аҡсаларға кәрәкле материалдар һатып алып, кисә мәктәп биләмәһенең кәртәһен яңыртыу буйынса ҙур өмә башланды.

Унда уҡыусыларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар, мәғариф ветерандары, ауыл биләмәһе депутаттары ҡатнашты. Шулай уҡ мәктәпте тамамлап сығып киткән уҡыусыларҙың атайҙары ла өмәгә ҡушылды. Бөтә ҡатнашыусыларҙы тәмле төшкө аш менән һыйланылар.

Кисә ир-егеттәр бағаналарҙы ултыртып бөтөрҙө, бөгөн һәм алдағы көндәрҙә иретеп йәбештереү, буяу эштәре планлаштырылған.

  • Өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәтемде еткерәм. Ауылда мәктәп булһа, ауыл йәшәй, тигән һүҙ. Туғыҙ йыллыҡ белем усағында әлеге көндә 28 бала уҡый, һигеҙ уҡытыусы уларға белем бирә. Шуға күрә мәктәпте һаҡлап ҡалырға, уны эстән дә, тыштан да төҙөкләндерергә, матурларға тырышабыҙ, — ти Яубүләк  ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев.

Упҡанкүлдәрҙең районда уңыштары, ҡаҙаныштары менән һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә килгән белем усағын һаҡлап ҡалырға тырышыуы маҡтауға лайыҡ. Ҡоймаһын яңыртҡандан һуң мәктәп тағы ла матурланып китер һәм ауылға йәм биреп, мәҙәни һәм рухи үҙәк булып балҡып ултырыр.

Илһөйәр Махатова.

Берҙәм тырышлыҡ менән
Берҙәм тырышлыҡ менән
Берҙәм тырышлыҡ менән
Берҙәм тырышлыҡ менән
Берҙәм тырышлыҡ менән
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: