Асҡын 2-се урта мәктәбенең 8А класы уҡыусыһы Эмилия Ғәлиева 12-14 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында билбау көрәше буйынса ярыштарҙа үҙ ауырлыҡ категорияһында беренсе урын яуланы. Ярыштар 9-11 сентябрҙә Анапа ҡалаһында XVI Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр хәрби сәнғәт уйындары сиктәрендә үтте. Йәш спортсыларыбыҙ — Эмилия Ғәлиева, Айназ Шәртдинов, Алмаз Мәхмүтов, Багид Усманов тәжрибәле тренер-уҡытыусы Фәрдүс Зөлфәт улы Әхмәтов етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составына ҡатнашты.
Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр хәрби сәнғәт уйындары Рәсәй хәрби сәнғәт союзы тарафынан ойошторола. Билбау көрәше буйынса ярыштар йыл һайын үткәрелә, улар үҙ эсенә 20-ән ашыу спорт төрөн ала. Илдең 70-тән ашыу төбәгенән биш меңдән ашыу спортсы ҡатнаша.
Эмилия билбау көрәше менән дүрт йыл шөғөлләнә. Уның республика, ил кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа еңеүҙәре байтаҡ. Артабан да ныҡышмал, маҡсатсан спортсы ҡыҙыбыҙға һәм уның тренеры Фәрдүс Әхмәтовҡа уңыштар теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.