8 сентябрҙә Өфөлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашты. Ул хәләл ефете Каринэ Хәбирова менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залы бинаһында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
Журналистар менән аралашҡанда төбәк Башлығы Радий Хәбиров һайлау кампанияһының мөһимлеген билдәләне һәм уны уҙғарыу шарттарын баһаланы.
– Был йылдар эсендә Башҡортостанға һайлауҙарға әүҙем йөрөү хас булды – халыҡ һайлау мәҙәниәтенең юғары кимәлен күрһәтә. Бөтә парламент партиялары ла үҙ кандидаттарын күрһәтте. Муниципаль кимәлдә лә башҡа сәйәси көстәрҙең вәкилдәре бик күп. Һәм уларҙың һәр береһе ниндәйҙер яҡшы нәмә тәҡдим итә. Йәғни сәйәси палитра ярайһы уҡ киң. Ә фекерҙәр айырмаһы булғанда, тимәк, фекер алышыу һәм туплаусы ҡарарҙар табыу мөмкинлеге бар. Төрлө көстәрҙән кандидаттар булғас, участкаларҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре лә, партияларҙан күҙәтеүселәр ҙә байтаҡ, - тип билдәләне төбәк етәксе Радий Хәбиров. – Иң мөһиме, һайлауҙарҙың тыныс, ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үтеүе. Кешеләр участкаларға яҡшы кәйеф менән һәм рәхәтләнеп килһен.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.