Петропавловка ауыл биләмәһенә ете ауыл ҡарай. Шуларҙың береһе — Любимовка. Ауылда ете хужалыҡта 20 кеше йәшәй. Күпселеге — ололар. Шуларҙың 16-һы һайлау хоҡуғына эйә. Әлеге һайлауға ла улар һәр ваҡыттағыса яуаплы ҡарап, һәр береһе үҙ машиналарында килеп, тауыш бирҙе.
Һайлауҙың өс көнө лә тыныс шарттарҙа үтте. Ауыл биләмәһе башлығы булараҡ, был минең өсөн бик мөһим. Ике участкала ла үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған комиссия ағзаларына, полиция хеҙмәткәрҙәренә, йәмәғәт күҙәтеүселәренә һәм блогерҙарға рәхмәтемде еткерәм. Бөгөнгө 17.00 сәғәткә Петропавловкала халыҡтың — 85, Ҡыйғаҙыла 84 проценты үҙ тауышын бирҙе. Был бик яҡшы күрһәткес, — тип һөйләне Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙимов.
Илһөйәр Махатова.
Альбирт Ҡәҙимов фотолары.