Упҡанкүл ауылында урынлашҡан 915-се һайлау участкаһында һайлауҙың һуңғы көнө эшлекле режимда үтә. Һайлаусылар әүҙем килә һәм лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирә. Улар араһында балалы ғаиләләр байтаҡ.
Альмира Һәм Валерий Мәһәҙиевтар һайлауға балалары Алина, Велина, Рәмил һәм Айнур менән килеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы өсөн тауыш бирҙе.
"Беҙ һәр ваҡыт һайлауҙа ҡатнашабыҙ һәм бөтә ғаиләбеҙ менән киләбеҙ. Балалар бәләкәйҙән үҙҙәренең йәмғиәтебеҙҙең бер өлөшө булыуын, үҙҙәренең киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойоп, үҙ хоҡуҡтарын һәм бурыстарын белеп үҫергә тейеш", - ти ғаилә башлығы Валерий Мәһәҙиев.
Шулай уҡ Фирүзә һәм Ленар Ғайнановтар ҙа һайлауға балалары менән килде. Бәләкәстәренә әле ни бары ике аҙна ғына булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсә үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй.
Илһөйәр Махатова.
Зөбәржәт Әминева фотолары.