Республика халҡы менән бергә асҡындар Башҡортостан Башлығын һайлауҙан тыш, муниципаль район Советына, Табаҫҡытамаҡ ауыл Советына, шулай уҡ Урмияҙ ауыл Советына (1-се һайлау округына өҫтәмә ) депутаттар һайланы. Пайондаштарыбыҙ һайлау участкаларына килеп, гражданлыҡ бурысын үтәп, тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә үҙ өлөшөн индерҙе.
Асҡын районында барыһы 47 һайлау участкаһы урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләне.
Әйткәндәй, оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә алды.
Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре 9 сентябрҙә иртән билдәле була.
Наилә Имаева.