Республика халҡы менән бергә асҡындар Башҡортостан Башлығын һайлауҙан тыш, муниципаль район Советына, Табаҫҡытамаҡ ауыл Советына, шулай уҡ Урмияҙ ауыл Советына (1-се һайлау округына өҫтәмә ) депутаттар һайлауҙа ҡатнаша. Был көндәрҙә һәр беребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.
Асҡын районында 47 һайлау участкаһы 8 сентябрҙә лә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Әйткәндәй, оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.
Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре 9 сентябрҙә иртән билдәле була.
Наилә Имаева.