Бөгөн, 7 сентябрҙә, Асҡын районында 47 һайлау участкаһы ғәҙәттәгесә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт гимндарын башҡарыуҙан эшләй башланы.
Кисә һайлауҙың беренсе көнө һөҙөмтәле үтте - күптәр тауыш биреп өлгөрҙө. Кемдәр һайлауҙа ҡатнашып өлгөрмәгән, борсолмағыҙ, тағы ла ике көн бар: бөгөн һәм иртәгә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын, шулай уҡ Асҡын районында муниципаль район Советына, Табаҫҡытамаҡ ауыл Советына һәм Урмияҙ ауыл Советына (1-се һайлау округына өҫтәмә) депутаттар һайлана.
#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан
Наилә Имаева.