“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә брифингтар дауам итә. Ғәҙәттәгесә, иң көтөлгәндәре – Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәренеке. Был юлы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова килде һәм һуңғы минутҡа яңылыҡтар менән уртаҡлашты.
Шулай итеп, тауыш биреүҙең икенсе көнөнөң 15 сәғәтенә Башҡортостан халҡының 41,49 проценты тауыш биргән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ республикала һайлаусылар исемлегенә 2 970 400 кеше индерелгән.
– 15 сәғәткә уларҙың 1 232 409-ы тауыш биргән, был 41,49 процент тәшкил итә. Республиканың баш ҡалаһында әүҙемлек 41,2 процентҡа етте. Өфөнән тыш, ҡалалар буйынса һайлауға килеү күрһәткесе 32,3 процент тәшкил итте, райондар буйынса уртаса – 43,69 процент.
Марина Долматова һүҙҙәренсә, Асҡын, Балтас һәм Благовар райондары – лидерҙар рәтендә, уларҙа тауыш бирергә килеүселәрҙең һаны 60 проценттан ашыу тәшкил итте. Ағиҙел, Күмертау, Салауат ҡалалары араһында – 40 проценттан ашыу. Өфөнөң Ленин һәм Киров райондарында һайлаусыларҙың 42 проценттан ашыуы тауыш биргән.
Мәскәүҙәге экстерриториаль участкала 134 һайлаусы тауыш биргән.
Фото: Динар Кәлимуллин.