Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Сентябрь 2024, 09:00

Йәштәребеҙ әүҙем

Солтанай ауылынан Илнар Сәләхетдинов  тәүге тапҡыр тауыш бирҙе

Йәштәребеҙ әүҙемЙәштәребеҙ әүҙем
Йәштәребеҙ әүҙем

Илнар Сәләхетдинов бөгөн Солтанай 914-се һайлау участкаһында республикабыҙ Башлығы вазифаһына лайыҡлы кандидат өсөн тәүге тапҡыр тауыш бирҙе. Ул быйыл Асҡын 2-се урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт  ауыл хужалығы етештереү колледжына баҡсасы белгеслеге буйынса уҡырға инде.

  • Миңә 18 йәш күптән түгел, 15 августа тулды. Һайлау булырын алдан белеп торам, сөнки әсәйем Рәйсә Ғафурйән ҡыҙы ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул Яубүләк ауыл Советы депутаты ла. Республикабыҙ өсөн мөһим сараға үҙ өлөшөмдө индереүемә бик шатмын. Һайлау участкаһында ҡотлап иҫтәлекле бүләк тә бирҙеләр, — ти Солтанай 914-се һайлау участкаһында тәүге тапҡыр тауыш биреүсе Илнар Сәләхетдинов.

Илнар үҙе лә әүҙем йәштәребеҙҙең береһе. Ул үҙенең моңло тауышы менән төрлө йыр бәйгеләрендә, районда үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнаша.

Нәҡ Илнар кеүек һәләтле, үткер, маҡсатсан, белемле йәштәребеҙ киләсәктә районыбыҙ йөҙөн билдәләйәсәк, иҡтисад, идара һәм етештереү нигеҙе буласаҡ.

Илһөйәр Махатова.

Йәштәребеҙ әүҙем
Йәштәребеҙ әүҙем
Йәштәребеҙ әүҙем
Йәштәребеҙ әүҙем
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас