Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Сентябрь 2024, 05:00

Солтанбәктә байрам рухы тантана итә

Солтанбәк ауылында  иртә менән  халыҡ күтәренке рухта һайлау участкаһына килә. Зөлфинә Сәйфуллина етәкселегендәге  “Умырзая” фольклор ансамбле ағинәйҙәре иһә милли кейемдәрҙә килеп,  мөһим сараға байрам кәйефе, милли рух, илһөйәрлек өҫтәне. Бөгөн бында мәктәп йәрминкәһе лә гөрләй.

Солтанбәктә байрам рухы тантана итәСолтанбәктә байрам рухы тантана итә
Солтанбәктә байрам рухы тантана итә

“Беҙҙең социаль-мәҙәни үҙәктә урынлашҡан 938-се һайлау участкаһында иртә  менән халыҡ әүҙемлек күрһәтә.  Исемлектә барыһы  308 һайлаусы теркәлгән, шуларҙың береһе  —  беренсе тапҡыр тауыш бирә. 

Бөгөн шулай уҡ  мәктәп йәрминкәһе ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙа. Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар байрам концерты әҙерләне. Ҡыҫҡаһы, Республика Башлығын һайлауҙың тәүге көнө күтәренке кәйефтә башланды, һәр ерҙә байрам рухы тантана итә”,  —  тине һайлау участкаһынан Рәмилә Мөдәрис ҡыҙы.

Рәмил Әҡсән улы Миңлеғәлиев рәйеслегендәге  938-се һайлау участкаһында тәжрибәле, яуаплы кешеләр эшләй. Рәйес урынбаҫары Рәмилә Хикмәтова, секретарь Элина Исламова, һайлау комиссияһы ағзалары Фәнзилә Суфиянова һәм Рәшиҙә Хафизйәнова һәр кемде  ихлас ҡаршы алып, үҙ  эшен башҡара.

Һайлау участкаларына килгән һәр кемгә бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар бирелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика етәксеһен һайлау уҙғарыла. Был көндәрҙә «Рәхмәт-2024» акцияһы барышында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.

6, 7 һәм 8 сентябрҙә һайлау участкаларына килгән һәр кем бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.

Ғаиләнең һәр ағзаһына, шул иҫәптән балаларға QR-билет бирелә, шундағы  8 символдан торған уникаль кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк.

Акцияның бүләк фонды хайран ҡалдыра: ҡатнашыусылар 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Был исемлектә квадроциклдар, мотоцикл, һыу мотоциклы, велосипедтар, электр самокаттары, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы – телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм робот саң һурҙырғыстар бар.

Быйыл көҙ ҡиммәтле бүләктәр көнөнә ике тапҡыр уйнатыла. 6 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм киске 8-ҙә, 7 сентябрҙә көндөҙгө 2-лә һәм киске 8-ҙә, 8 сентябрҙә көндөҙгө 2-лә.

Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, тәүге тапҡыр «Бүләктәр төнө» ойошторола, унда бер юлы 130-ҙан ашыу бүләк уйнатыла.

Һөҙөмтәләр рахмат102.рф сайтында баҫыла. Бүләк алыу хоҡуғын юғалтмаҫ өсөн, QR-билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк.

13 сентябрҙә барлыҡ теркәлгән билеттар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында «Ҙур Рәхмәт» суперприздар уйнатыуҙа ҡатнаша. Бүләктәр араһында  –  машиналар, тотош ғаилә менән Сочиға сәйәхәт, Башҡортостан шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар. Проекттың төп партнеры  – «Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты»нан Өфөлә өс фатир уйнатыла.

 

Наилә Имаева.

#выбираемГлаву

#Башкортостан

#Аскинскийрайон

 

 

Солтанбәктә байрам рухы тантана итә
Солтанбәктә байрам рухы тантана итә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас