Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Сентябрь 2024, 06:00

Ололар һайлауға яуаплы ҡарай

Упҡанкүл ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 915-се участка һайлау комиссияһы эше әүҙем бара

Ололар һайлауға яуаплы ҡарайОлолар һайлауға яуаплы ҡарай
Ололар һайлауға яуаплы ҡарай

Иртәнге сәғәт һигеҙ тулыу менән һайлау комиссияһы беренсе һайлаусыларын ҡабул итте. Һәр ваҡыттағыса оло быуын вәкилдәре һайлауға беренсе килде. 84 йәшлек хеҙмәт ветерандары Венера Вәли ҡыҙы Вәлиева менән Әфхәт Әфхәтзыя улы Закиров бер һайлауҙы ла ҡалдырғаны юҡ. Ғүмерҙәре тырыш хеҙмәттә үткән өлкәндәр лайыҡлы кандидат өсөн тауыш биреп, комиссия ағзаларына еңел эш теләне.

Оло быуын вәкилдәре артынан уҡ тәжрибәле, бер йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмаусы уҡытыусылар коллективы ла килеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Комиссия ағзалары мәҙәниәт йорто алдында һайлау эшен йәмләп,  йәрминкә лә ойошторҙо.

Илһөйәр Махатова.

Зөбәржәт Әминева фотолары.

Ололар һайлауға яуаплы ҡарай
Ололар һайлауға яуаплы ҡарай
Ололар һайлауға яуаплы ҡарай
Ололар һайлауға яуаплы ҡарай
Ололар һайлауға яуаплы ҡарай
Ололар һайлауға яуаплы ҡарай
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас