6, 7, 8 сентябрҙә республика Башлығын һайлауҙан тыш, Асҡын районында муниципаль район Советына, Табаҫҡытамаҡ ауыл Советына, шулай уҡ Урмияҙ ауыл Советына (1-се һайлау округына өҫтәмә) депутаттар һайланасаҡ.
Районда тауыш биреүҙе бер территориаль һәм 47 участка һайлау комиссияһы тәьмин итә.
Шулай итеп, һайлауҙар өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә.
Башҡортостан халҡы төбәк башлығы өсөн тауыш бирәсәк. Шулай уҡ ошо көндәрҙә бер мандатлы Өфө округында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм республиканың төрлө райондарында урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау үтәсәк.
Башҡортостанда бөтәһе 218 һайлау кампанияһы уҙа.
Республикала 69 территориаль һәм 3 302 участка һайлау комиссияһы эшләй. Өҫтәмә бер комиссия — Мәскәүҙә.
Наилә Имаева.