Рәсәй Президенты мөрәжәғәтендә әйтелгәнсә, Башҡортостандың баш ҡалаһының юбилейы — ҡаланың бай тарихына тағы бер тапҡыр күҙ һалыу, Өфөнө данлаған күренекле яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен иҫкә төшөрөү өсөн бик яҡшы сәбәп.
"Тыуған ҡалағыҙға һөйөү, уның үҫешенә ихлас өлөш индереү теләге артабан да ташламаһын һәм Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй мәнфәғәте хаҡына эштәрегеҙҙе тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итер, тип ышанам", — тип билдәләне Владимир Путин.
“Шуныһы мөһим, ҡала үҙенең үҙенсәлекле ҡиәфәтен һаҡлап, киләсәккә ынтыла. Уның иҡтисады һәм социаль өлкәһе динамик үҫешә, заманса юғары технологиялы производстволар асыла, яңы мәктәптәр, театрҙар, мәҙәниәт һарайҙары, стадиондар төҙөлә. Һәм, әлбиттә, Өфөлә күләмле халыҡ-ара форумдар, абруйлы спорт туринирҙары үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Был уңыштарҙың нигеҙендә-төрлө милләт, дин һәм мәҙәниәт кешеләре араһында ихтирам һәм үҙ-ара аңлашыу традициялары, өфөләрҙең инициативаһы һәм эшһөйәрлеге, уларҙың үҙ алдына юғары маҡсаттар ҡуйыу һәм һөҙөмтәгә өлгәшеү һәләте ята”, - тиелгән Рәсәй Президенты ҡотлауында.