Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Август , 12:50

Асҡын педагогтарына уңыштар теләйбеҙ!

Ижади ҡарашлы, заман менән бергә атлаусы уҡытыусылар командаһы Ҡариҙелдә үткән “Кәрәҙ” 4-се педагогик марафонында ҡатнаша

Асҡын педагогтарына уңыштар теләйбеҙ!
Асҡын педагогтарына уңыштар теләйбеҙ!

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың биш төбәгендә — Өфө ҡалаһында, Бәләбәй, Белорет, Ишембай һәм Ҡариҙел райондарында 55 педагогик команданы һәм 250-нән ашыу ҡатнашыусыны берләштергән “Кәрәҙ” 4-се педагогик марафоны үтә.

Бөгөн марафондың төбәк майҙансығы Ҡариҙел ауылында уҙа. Унда Асҡын педагогтары командаһы ла ҡатнашып, район данын яҡлай.

“Кәрәҙ” – биш коммуникацион-уҡытыу майҙансығы, бында педагогтар үҙҙәренең тәжрибәһе, ҡаҙаныштары менән уртаҡлаша, педагогик оҫталығын, эрудицияһын күрһәтә.

Сараның төп маҡсаты  — иң яҡшы педагогик тәжрибәләрҙе таратыу, уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу.

Илһөйәр Махатова.

Асҡын педагогтарына уңыштар теләйбеҙ!
Асҡын педагогтарына уңыштар теләйбеҙ!
Асҡын педагогтарына уңыштар теләйбеҙ!
Асҡын педагогтарына уңыштар теләйбеҙ!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: