Кисә Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, билдәле шағир һәм сатирик Марсель Шәйнур улы Сәлимов һәм шағир, "Һәнәк" журналының баш мөхәррире Илгиз Вәкил улы Ишбулатов булып китте. Улар редакцияла нәшер ителгән баҫмалар менән танышып, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты һәм “Һәнәк” журналының яңы баҫылған һандарын бүләк итте.
Артабан Өфө ҡунаҡтары ҡатнашлығында Асҡын ауыл-ара үҙәк китапханаһында "Осраҡлы булмаған осрашыу" тип аталған әҙәби кисә үтте. Сарала ҡатнашыусылар яҙыусының тормошонан һәм ижадынан үҙенең үткерлеге һәм тәрәнлеге менән һоҡландырған күңелле хәтирәләрҙе тыңланы. Марсель Шәйнур улы талантлы яҙыусы ғына түгел, ә ғәжәйеп юмор тойғоһона бай кеше булғанлыҡтан, тамашасыларҙың йөҙөнән йылмайыу китмәне.
Марсель Шәйнур улы "Һәнәк" журналының яңы мөхәррире, шағир Илгиз Ишбулатовты асҡындар менән ҙур ихтирам һәм ғорурлыҡ менән таныштырҙы, ул да үҙ сиратында үҙенең ижади “күстәнәсенән” ауыҙ иттерҙе.
Йәнле, әҙәбиәткә һөйөү менән һуғарылған осрашыу аҙағында асҡындар сатириктың автографын алды һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Илһөйәр Махатова.