Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләр Дәүләт хеҙмәттәре аша мәктәп формаһы өсөн компенсация юллай ала.
Аҡса ике уҡыу йылына бер тапҡыр ата-әсәнең береһенә тәғәйенләнә. Мәктәп формаһы өсөн компенсацияның максималь суммаһы — 4489 һум. Быйыл аҡсаны 20 декабргә тиклем кире ҡайтарырға була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаиләнең һәр ағзаһына уртаса килем йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләр аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнә. 2024 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда был эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14 991 һум, балалар өсөн — 13 340 һум.
Сығанаҡ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-08-21/ata-s-l-r-m-kt-p-forma-y-s-n-d-l-t-he-m-tt-re-asha-kompensatsiya-yullay-ala-3893449