Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Август 2024, 15:45

Матур йәшәргә көсөбөҙҙән килә

Башҡортостан Республикаһында гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә Радий Хәбировтың 2019 йылдағы указы менән булдырылған Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары йүнәлтелгән. Ошо гранттар аҡсаларына тормошҡа ашырылған проекттарҙың береһе — район халҡы араһында билдәлелек яулаған “Айыҡ ауыл” конкурсы. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың кураторы — район Советы секретары Татьяна Коледина менән әңгәмәләштек.

Матур йәшәргә көсөбөҙҙән килә
Матур йәшәргә көсөбөҙҙән килә

— Татьяна Александровна, “Айыҡ ауыл” конкурсы йылдан-йыл популярлыҡ яулай һәм унда ҡатнашыусылар һаны арта бара. Быйыл конкурста ҡатнашыуҙың ниндәй яңылыҡтары бар?
— Иҫкә төшөрөп үтәбеҙ, “Айыҡ ауыл” конкурсы Башҡортостанда 2011 йылдан башлап үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән ул яңынан тергеҙелде. Проект, алдан билдәләнеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Биш йыл эсендә унда райондың 50-нән артыҡ ауылы, ике меңдән ашыу активист, 200-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашты. Әлеге көндә “Айыҡ ауыл” исемен алты ауыл-еңеүсе лайыҡлы йөрөтә. 2019 йылда конкурс тергеҙелде һәм икенсе һулыш алды. Уның хәҙер мәғәнәһе бик тәрән һәм йөкмәткеле.
Йыл һайын, ҡатнашыусылар тәжрибәһенән сығып, конкурс положениеһы яңы пункттар менән тулылана. Тормош та үҙенең яңылыҡтарын индерә. Пандемия шарттарында бәйгелә ҡатнашыусы ауылдарҙа ирекмәндәр төркөмдәре ойоштороу, ауылда музей эше булдырыу, имен булмаған һәм насар шарттарҙа йәшәгән ғаиләләр менән эшләү мотлаҡ ине. Хәҙер насар ғәҙәттәрҙән арынырға һәм дауалау курсы үтергә теләгән кешеләргә бушлай ярҙам итеү мөмкинлеге тыуҙы. Шуны ла әйтеп үтәм, “Айыҡ ауыл” конкурсы ул концерттар һәм спорт ярыштары ғына түгел, ә тәү сиратта, спиртлы эсемлектәр ҡулланған ғаиләләр менән ҙур эш. Ундайҙарға ярҙам итергә, тәртипһеҙ тормош алып барыуҙан баш тартырға өндәргә кәрәк. Балалар тәрбиәләргә, эшләргә, йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға, бер һүҙ менән әйткәндә, йәмғиәткә файҙалы кеше булырға кәрәк.
— Конкурстың приз фонды артыуы ла ҡыуандыра. 2024 йылда ул күпме тәшкил итте?
— Конкурстың республика этабының приз фонды 40 миллиондан 48 миллион һумға тиклем артып ҡатнашыусыларҙы ҡыуандырҙы. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур приз “Иң ҙур ауылдар” номинацияһында еңеүсе өлөшөнә тейә. “Ҙур ауылдар”, “Уртаса ауылдар”, “Бәләкәй ауылдар” номинацияларында еңеүселәр биш, дүрт һәм өсәр миллион һум ала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы һәм ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренең һорауы буйынса еңеүселәргә генә түгел, барлыҡ финалға сығыусыларға ла финанс ярҙам күрһәтеү тураһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары ҡабул ителде. Быйылдан башлап конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла (еңеүселәрҙән башҡа) 200 мең һум күләмендә премия алды. Финанслау ауыл территорияһын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Үткән этап һөҙөмтәләре буйынса район этабында еңгән һәм республика этабында ҡатнашҡан Андреевка ауылы 200 мең һум аҡса алды һәм шул аҡсаларға ваҡ таш һатып алып, үҙәк урам юлына түшәлде. Районда приз фонды 100 мең һум тәшкил итә. Еңеүселәр һәм призерҙар 50, 30, 20-шәр мең һум ала.
— Быйыл бәйгелә райондың нисә ауылы ҡатнашырға теләк белдерҙе? Улар араһында бер нисә тапҡыр ҡатнашыусылар бармы?
— Йыл һайын район этабында 10-15-әр ауыл ҡатнаша. Әлеге ваҡытта ауыл биләмәләрендә халыҡҡа конкурс, уның приз фонды, ниндәй саралар ойошторорға мөмкин булыуын аңлатып, халыҡ йыйындары үткәрәбеҙ. Барлыҡ осрашыуҙарҙа ла еңгән ауылдарҙың активистары ҡатнаша. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Ҡайраҡ ауыл биләмәһе халҡы иң әүҙеме булып сыҡты. Сыбыҡ, Ҡарға, Андреевка ауылдары төрлө йылдарҙа конкурстың республика этабында ҡатнашты. Уларҙың әүҙемлеге жюри ағзаларын һоҡландырҙы. Сыбыҡтар иҫтәлекле бүләк иҫәбенә — компьютер техникаһы комплекты, ҡарғалар — шифаханаға юллама, Андреевка ауылы 200 мең һум аҡса алды. 2019 йылда — Бабай, 2020 йылда Сосновка ауылы ҡатнашты. Һуңғылары ла бүләкле булды. 2024-2025 йылдарҙағы яңы этапта ла яңы исемдәр артыр һәм “Айыҡ ауыл” титулын алыусылар исемлеге күбәйер, тип өмөтләнәбеҙ. Өҫтәүенә, яҡшы этәргес бар.
— Конкурста еңеп алынған аҡсалар ниндәй маҡсаттарға тотонола?
— Быны ауыл халҡы үҙе хәл итә. Күберәге биләмәне төҙөкләндереүгә тотонола. Был бик яҡшы инвестиция, тип уйлайым. Ауылдар халыҡ тырышлығы менән матурлана. Беҙҙең төп маҡсат — уларҙың башланғысын яҡлау һәм булышыу. “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүсе Сыбыҡ ауылы халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арнап төҙөлгән обелискының кәртәһен яңыртты. Сосновка ауылында мәктәпкә компьютер техникаһы алынды. Ҡарғалар аҡсаларҙы ауыл клубын ремонтлауға тотондо. Андреевка ауылында урам юлын төҙөкләндерҙеләр.
Һәм, иң мөһиме, ауыл халҡы, үҙе әйтеүе буйынса, конкурста ҡатнашыу һәм еңеү уларҙың йәшәү рәүешен үҙгәртә, мәҙәни ваҡиғаларға, спортҡа ҡыҙыҡһыныу уята. Ауылдаштар араһында дуҫлыҡ ептәре нығый.
— Татьяна Александровна, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

 


“Республикала грант ярҙамындағы система яҡшы төҙөлгөн. Һуңғы биш йылда гражданлыҡ йәмғиәте институттары ошондай ярҙамды 1,5 миллиард һумға яҡын алды. Беҙҙең коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша”, — тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

 

Фекер...
Андреевка ауылында йәшәүсе Светлана Иҡсанова:
— “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың презентация материалдарын яҡлау барышында иң тулҡынландырғаны конкурстың гимнын башҡарыу булды. Шундай ҙур проект республика Башлығы ярҙамында тормошҡа ашырылыуы ҡыуаныслы. Беҙҙе, айыҡ тормош яҡлыларҙы, конкурстың маҡсаты ла, гимны ла берләштерә. Барлыҡ сараларҙа балаларҙан алып ололарға тиклем әүҙем ҡатнашты.

 

Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Автор:
Читайте нас: