Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Август , 09:00

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” яңы мөмкинлектәр аса

Башҡортостанда  2020 йылдан башлап төбәк Башлығы  Радий Хәбиров инициативаһы менән  “Башҡорт  оҙон  ғүмерлелеге. Туризм” программаһы уңышлы тормошҡа  ашырыла. Ул өлкән быуын кешеләренең тормош сифатын яҡшыртыуға  йүнәлтелгән.

“Башҡорт оҙон  ғүмерлелеге” яңы мөмкинлектәр аса
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” яңы мөмкинлектәр аса
  • Беҙ әлеге программаны бер нисә йыл элек өлкән быуын вәкилдәре өсөн  булдырырға уйланыҡ.  Сөнки  уларҙың  күбеһенең Башҡортостанда  ғүмер  буйы  йәшәп, республика буйлап йөрөп, уның матурлығын күреп өлгөрмәүен  ғәҙелһеҙлек, тип таптыҡ.2020 йылдан  башлап бөгөнгә ҡәҙәр  программа  34меңдәнартыҡкешене  ҡоласланы. Проектта ҡатнашҡан  туроператорҙар  төрлө маршруттар эшләй   –  сәләмәтләндереү, музейҙарға һәм иҫтәлекле урындарға барыу һ.б.  Һәрсәфәрҙә  ҡыҙыҡлы  оҫталыҡ дәрестәре  планлаштырылған, —  тип билдәләне  Радий Фәрит улы үҙенең бер сығышында.

Балтастар ҙа  был   программаны   әүҙем  ҡуллана.  Уның сиктәрендә  улар Өфө,  Бөрө ҡалаларына   һәм Мишкә, Илеш, Нуриман райондарына сәйәхәт ҡылды.

Бөрө –  боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы.  Балтастар  унда Бөрө  тарихи музейында, Изге Троица соборында, Михайло-Архангельский ғибәҙәтханаһында, Октябрь майҙанында, “Соколок”  паркында һәм сауҙагәр  Чирков  кибетендә булдылар.  Сәйәхәтселәрҙе  экскурсовод оҙатып йөрөнө. Ул Бөрө ҡалаһының  иҫтәлекле урындары, сауҙагәрҙәр  һәм уларҙың йорттары тураһында  ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.

Ә Мишкә районында  мари тарихи-мәҙәни  үҙәгенән  “көмөш”  йәштәге туристар бай тәьҫораттар менән ҡайтты. Балтастарға  шулай уҡ Илеш районының Уяндыҡ  ауылындағы  “Алая Роза” ҡунахана-сәләмәтләндереү комплексында булыу бәхете йылмайҙы. Ял базаһында тоҙ шахтаһына барғандар, бассейнда йөҙгәндәр,  матур һәм билдәле  урындарҙа булғандар. Нуриман районына “Изге ҡыуаҡтар – Красный ключ” туры  ла ойошторолдо.

Экскурсия проектында ҡатнашыу өсөн  “Башҡорт оҙон  ғүмерлелек. Туризм” сайтында теркәлергә һәм үҙегеҙ  өсөн уңайлы маршрут һәм көн һайлап, берәр  сәфәргә яҙылырға кәрәк. Яҙылыуҙа   ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа, район  хакимиәтенә мөрәжәғәт   итә алаһығыҙ, унда һеҙгә ярҙам итерҙәр.

  • Республика буйлап сәйәхәт итергә Радий Хәбиров тәҡдиме менән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы  ярҙамында мөмкин булды. Проект буйынса  өлкәндәр йылына бер тапҡыр республика буйынса  бер көнлөк бушлай турға  бара ала. Был мөмкинлек менән  60-тан өлкән ир-аттар һәм 55 йәштән  уҙған ҡатын-ҡыҙҙар,  шулай уҡ  хеҙмәт стажы буйынса  лайыҡлы ялға  сығыусылар  ҡуллана ала,  —  тип  билдәләне  туризм һәм эшҡыуарлыҡ   буйынса баш белгес  Айһылыу  Йыһангирова.

 Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

“Башҡорт оҙон  ғүмерлелеге” яңы мөмкинлектәр аса
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” яңы мөмкинлектәр аса
Автор:
Читайте нас: