+30 °С
Болотло
Бер стакан йылы һыу, ике ҡалаҡ көнбағыш майы, ике балғалаҡ ҡоро сүпрә, бер балғалаҡ шәкәр (йәки ярты балғалаҡ бал), 350 г он, тәменсә тоҙ.
Тәүҙә 50 мл самаһы һыуға сүпрәне, шәкәрҙе ҡушып, болғап, йылыға 10 - 15 минутҡа ултыртып торорға.
Онға тоҙ һалып, ҡалған йылы һыуҙы ҡойоп, ана шул сүпрәле-шәкәрле-һыулы массаны өҫтәргә. Болғарға. Артабан көнбағыш майы ҡойоп, яҡшылап ҡамыр баҫырға. Һәм 40 минутҡа йылыға ҡуйырға. Ҡамыр бик матур булып ҡабара.