Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
13 Август 2024, 06:35

Йәштәр тормошо йәнләнде

Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында яңы мөмкинлектәр майҙансыҡтары асылды

Йәштәр тормошо йәнләндеЙәштәр тормошо йәнләнде
Йәштәр тормошо йәнләнде

2023 йылда Мишкә үҙәк китапханалар системаһы Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамы менән “Яңы мөмкинлектәр майҙансығы — Мишкә районы йәштәре үҫешенә ярҙам үҙәге” проектын тормошҡа ашырҙы.
Мишкә үҙәк китапханалар системаһы Башҡортостан Республикаһы гранттары фондынан проектты тормошҡа ашырыу өсөн миллиондан ашыу һум финанс ярҙам алды. Ошо аҡсаға китапхана территорияһында кәрәкле урын ремонтланды, дизайны уйланылды, маҡсатлы төркөмдәрҙең йәш үҙенсәлектәрен (14 йәштән өлкәнерәк үҫмерҙәр, студенттар, эшсе йәштәр) һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, “Йәштәр зонаһы” ойошторолдо һәм йыһазландырылды, йәштәр менән эшләү программаһы төҙөлдө, партнерҙар менән эш яйға һалынды. Районыбыҙҙың матди һәм кадрҙар ресурсы булған өс ауыл китапханаһында өс йәштәр үҙәге асылды. Уларҙа өс зона ойошторолдо:
1) Интернет селтәре аша электрон китапханалар менән бәйләнешкә инер һәм үҙ аллы эшләр өсөн Интернет селтәренә түләүһеҙ тоташыу булған коммуникация зонаһы;
2) Күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар, семинарҙар, лекциялар үткәрер өсөн майҙансыҡтар булған үҫеш һәм интерактив процестар зонаһы;
3) Аралашыу өсөн уңайлы урындар булған комфорт зонаһы.
Йәштәр үҙәктәре дүрт йүнәлеш буйынса эшләй: һөнәр һайлау, патриотик тәрбиә, ғаилә ҡиммәттәре, тыуған яҡты өйрәнеү. Проектта ҡатнашыусы китапханаларҙа электрон китаптарҙы уҡыр өсөн һанлы сервистарҙы ҡулланыу мөмкинлеге бар. Ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса йәштәр клубтары эше яйға һалынды.
Йәштәр үҙәгендә логотип һәм үҙәктең положениеһы уйлап табылды, ижади эштәр, ирекмәнлек эшмәкәрлеге һәм интеллектуаль ял өсөн урындар булдырылды.
Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә йәштәр инициативаһы буйынса төрлө саралар ойошторолдо. Нәҡ уларҙың әүҙемлеге һөҙөмтәһендә планлаштырылған 30 сара урынына 90 үткәрелде.
“Йәштәр ваҡыты” тигән район йәштәр форумы проекттың йомғаҡлау сараһы булараҡ үткәрелде. Унда барлығы 289 йәш кеше ҡатнашты. Форумда профориентация, илһөйәрлек тәрбиәһе, ғаилә ҡиммәттәре, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса дүрт проект презентацияланды. Шулай уҡ төрлө ҡул эштәре серҙәренә төшөнөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Колледж студенттары, Балалар сәнғәт мәктәбе, мәктәп уҡыусылары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Йәштәр форумы ҙур ойошҡанлыҡ менән шау-гөр килеп үтте.

 

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән республикала  Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар фонды булдырылды. Ул беҙҙең кесе Ватаныбыҙҙа социаль әһәмиәткә эйә проекттарҙы, башланғыстарҙы ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ярҙам итә.
2020–2024 йылдарҙа фонд 17 конкурс үткәрҙе, 745 әһәмиәтле башланғысҡа ярҙам итте. Гранттарҙың дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һум тәшкил итеп, уның 852,5 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан, ә 364,86 миллионы – Президент фондынан алынған ярҙам.
«Беҙҙә гранттар системаһы яҡшы ҡоролған. Һуңғы биш йылда гражданлыҡ йәмғиәте институттары 1,5 миллиард һумлыҡ тиерлек ярҙам алды. Коммерцияға ҡарамаған сектор Башҡортостан Башлығы гранттары фонды һәм Президент гранттары фонды конкурстарында әүҙем ҡатнаша», – тигәйне республика етәксеһе.
Быйыл йәй башында республика етәксеһе беренсе тапҡыр мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында эшләгән йәш белгестәргә лә грант тапшырҙы, уның күләме – 500 мең һум. Башҡортостан – тотош илдә бындай ярҙам күрһәткән берҙән-бер төбәк.
Фонд эшмәкәрлеге гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә, кешеләрҙең әүҙемлеген арттырыуға, бизнестың социаль яуаплылығын көсәйтеүгә лә булышлыҡ ҡыла. Мәҫәлән, 2024 йылда матбуғат саралары аша тормошҡа ашырылған, тағы ла социаль әһәмиәтле, дәүләт телдәрен һаҡлау, кинематографияға ярҙам итеүгә арналған конкурстар үткәрелә. Бынан тыш, Фонд консультациялар бирә, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә, был иһә уларҙы уңышлы атҡарып сығыр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

 

Фекер...
Радион Плотников, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы:
— Китапханаларҙа йәштәр өсөн уңайлы урын асыу мәҙәни аралашыу, һанлы ресурстар аша кәрәкле мәғлүмәт табыу, фекер алышыу мәсьәләһен сисергә ярҙам итте, унда үткән осрашыуҙар йәштәрҙең ойоштороу һәләтен асты.
Йәштәр үҙәктәрендә уҙған сараларға һәм ваҡиғаларға киң аудитория иғтибарын йәлеп итер өсөн берҙәм финанслау саралары иҫәбенә web-камера, микрофон, яҡтыртҡыс, штатив, фотоаппарат һәм видеоэлемтә картаһы алынды. Проектты тормошҡа ашырғанда бөтә партнерҙарҙың да ҙур яуаплылыҡ менән эшләүе бик оҡшаны. Йәштәр үҙәктәре бөгөн дә буш тормай, унда йәштәр генә түгел, олораҡтар ҙа ҙур теләк менән килә.
Башҡортостан Башлығы гранттары фонды төрлө ижади проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә.


Татьяна Кондогина.

Автор:
Читайте нас