«Беренселәр хәрәкәте» әүҙемселәре остаздары — урындағы бүлексә белгесе Альбина Кәримова етәкселегендә Мишкә-Янағош маршруты буйынса туристик походта булды. Маҡсаттары — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тормош һәм яу юлын өйрәнеү.
Тәүҙә улар Камай ауылында Егор Орсаевҡа ҡуйылған һәйкәл янында туҡтап, яугирҙың ҡаһарманлығы тураһында белгәндәрен яңырта. Киләһе туҡталыш — Уръяҙы ауылында разведчик Ғәбделбар Фәтхинуров иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл. Янағош ауылында балалар Ғәзи Заһитов исемендәге музейҙа була. Советтар Союзы Геройының тормош юлы һәм батырлығы тураһында музей директоры Айрат Заһитов һөйләй.
«Беренселәр хәрәкәте» ағзалары походтан бик күп файҙалы һәм фәһмеле мәғлүмәт алып, райондың гүзәл тәбиғәте менән яҡындан танышып, бай тәьҫораттар алып ҡайтты.
Виктория Ишмырҙина.
Мишкә районы.