Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
2 Август 2024, 05:45

Изге ниәт берләштерә

Балтас  районы  Боғҙан ауылы мәсетендә  үҙенсәлекле ҡорбан ашы уҙҙы. Уны махсус хәрби операциянан  ялға ҡайтҡан Данис Кәбиров әсәһе менән  ойошторҙо. 

Изге ниәт берләштерәИзге ниәт берләштерә
Изге ниәт берләштерә

Батыр яугирҙың әсәһе  Рида Мәүлетйән ҡыҙы  тыумышы  менән Боғҙан ауылынан. Силәбе  өлкәһе Юғары Уфалей  ҡалаһына  күсенеп китһәләр ҙә, тыуған ерҙәрен, нигеҙҙәрен   бер ҙә онотмайҙар. Даими рәүештә ҡайтып торалар.

Данис Кәбиров махсус хәрби операцияға  киткәнсе,  Йыраҡ   Көнсығыш хәрби училищеһын,  артабан  Мәскәү юридик академияһын тамамлаған.

  • Ата-бабаларыбыҙ нигеҙенә ҡайтып ҡорбан ашы ойоштороуҙы ғаиләбеҙ менән күптәндән уйлағайныҡ. Һәм бына, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ваҡытта, был ниәтте  тормошҡа ашырырға булдыҡ. Барлыҡ ауылдаштарға беҙҙең уйҙы хуплағандары өсөн  рәхмәтебеҙ сикһеҙ, — ти Данис Кәбиров.

Илебеҙ һағында тороусы  яугирҙың, туғандарының изге теләктәре ҡабул булған. Мәсеттә ҙур табын ойошторғандар.

Шундай батыр, изге ниәтле егет үҫтергәндәре өсөн   ата-әсәләренә  оло хөрмәт. Оло йөрәкле, мәрхәмәтле яугир менән ғорурланабыҙ.

Иҫән-һау булып, тыныс күк аҫтында шатлыҡта-ҡыуаныста йәшәргә яҙһын.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Изге ниәт берләштерә
Изге ниәт берләштерә
Изге ниәт берләштерә
Автор:
Читайте нас