Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
31 Июль 2024, 06:05

Ауыл старостаһы — яуаплы вазифа

Озерки ауылында ауыл старосталары эшен ойоштороуҙың көнүҙәк мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә үтте.

Ауыл старостаһы — яуаплы вазифаАуыл старостаһы — яуаплы вазифа
Ауыл старостаһы — яуаплы вазифа

Семинар эшендә район Советы секретары Т. Коледина, янғын часы начальнигы С. Вялов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы гражданлыҡ оборонаһының Мишкә районы буйынса баш белгесе В. Русинов, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм старосталар ҡатнашты. Сараның программаһы ике өлөштән торҙо. Беренсеһендә ауыл менән танышыу экскурсияһы үтте. Быйыл Озерки халҡы ауылдың 100 йыллығын билдәләне, шуға күрә бирелә матур, йорттар төҙөк, таҙа. Сарала ҡатнашыусылар ауыл тарихы, уның билдәле шәхестәре менән танышты, йәмәғәт урындарын, арт-объектты, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡараны, ауыл уртаһында урынлашҡан,  эргәһендә 100 йәшлек тал үҫкән күл янында булды. Һәр ерҙә ҡунаҡтарҙы экскурсоводтар ҡаршы алып йөрөттө. Ирекле янғын командаһының ойошҡан эше күрһәтелде. Үҙенең эш тәжрибәһе менән 2003 йылдан башлап ошо яуаплы йөкләмәне үтәүсе ауыл старостаһы А. Илтимеров бүлеште.

Сараның икенсе өлөшө ауыл клубында үтте, унда 2023 йылға ауыл старосталарының эшенә йомғаҡ яһалды. Ағымдағы йылға территориаль йәмәғәт үҙидараһы араһындағы конкурс тураһында ҡарар ҡаралды. Йыйылыусылар араһында район Советы секретары  Татьяна Коледина сығыш яһаны.

  • Ауылдаштарҙы берҙәмлеккә ылыҡтырыуҙа ауыл старосталарының роле ҙур. Улар ауылдың ысын патриоттары һәм йәнтөйәк үҫһен, төҙөкләнһен, сәскә атһын өсөн тырыша, халыҡты әүҙемлеккә әйҙәй. Ауыл биләмәһе башлығы менән бергә улар төҙөкләндереү, экология, йәштәр менән тәрбиә эше, көнкүреш проблемаларын сисеү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итә. 2023 йылда ғына биләмәләрҙә өс миллион һумға яҡын суммаға саралар үткәрелгән. Бында зыяраттарҙы кәртәләү, юлдарҙы, күперҙәрҙе ремонтлау, шишмәләрҙе төҙөкләндереү, обелисктар төҙөү һәм ремонтлау инә. Байтаҡ ауылдың “Айыҡ ауыл” конкурсында, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында, “Аныҡ эштәр”, “Атайсал” һәм башҡа проекттарҙа ҡатнашыуы һөйөндөрә, — тип һөйләне Татьяна Александровна.

Кәңәшмәлә башҡаларға өлгө булырҙай старосталарҙың исемдәре яңғыраны һәм уларға район Советының һәм хакимиәтенең  Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары тапшырылды.

Ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм старосталары осрашыуы йылы мөхиттә һәм һөҙөмтәле үтте.

Венера Әғләмова.

Автор:
Читайте нас