Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июль , 09:17

Башҡортостанда ғаиләләр 10 мең һум аҡса аласаҡ

Республикала меңәрләгән ғаилә 10 меңгә тиклем аҡса аласаҡ

Башҡортостанда ғаиләләр 10 мең һум аҡса аласаҡ
Башҡортостанда ғаиләләр 10 мең һум аҡса аласаҡ

Башҡортостанда меңәрләгән ғаилә 10 меңгә тиклем аҡса аласаҡ. Һүҙ әсәлек капиталы буйынса ҡалған аҡсаны түләү хаҡында бара. Түләүҙәрҙе 2025 йылдың 1 ғинуарынан  алып буласаҡ, тип хәбәр итә республиканан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

Парламентарий әйтеүенсә, быға тиклем граждандарҙан ошо мәсьәлә, йәғни әсәлек капиталын ҡулланыу исемлеге сикләнгәнлеге арҡаһында ҡалған аҡсаны алып булмауы тураһында мөрәжәғәттәр күп булған.

– Ошо мәсьәләне хәл иттек. Хәҙер әсәлек капиталындағы аҡса 10 мең һумдан кәмерәк ҡалһа, тимәк, уны ғариза нигеҙендә ғаилә ихтыяждары өсөн алып буласаҡ. Был аҡсаны илдә йөҙ меңдән ашыу ғаилә алыр тип көтөлә. Закон 2025 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә, – тип аңлатты депутат.

Фото: Башинформ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Автор:
Читайте нас: