Рәссамдар 10 көн дауамында сәнғәт әҫәрҙәре ижад итте. Үҙҙәренең эштәрендә улар Етеҙ Танып йылғаһы буйында йәшәгән халыҡтарҙың традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күрһәтте. Тәбиғәт, кешеләр, боронғо риүәйәттәр һәм әкиәттәр менән илһамланған рәссамдар һоҡланғыс һүрәттәр төшөрҙө. Симпозиум сиктәрендә һынлы сәнғәтте яратыусылар, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, Балалар сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусылар ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Күптән түгел Танып-Һыу арт-галереяһында “Танып-Һыу. Семейное русло”
тип аталған IV Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы күргәҙмәһе асылды һәм унда ҡатнашыусыларҙың ижади эштәре лайыҡлы урын алды.
Күргәҙмә асылғандан һуң район Мәҙәниәт йортонда симпозиумды ябыу тантанаһы үтте. Райондың сәнғәт һөйөүселәре рәссамдарҙы ишек алдынан уҡ алҡыштар менән ҡаршы алды. Тамаша залында сарала ҡатнашыусылар өсөн милли коллективтар ҡатнашлығында концерт программаһы тәҡдим ителде. Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев симпозиумда ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте һәм барыһына ла яңы ижади уңыштар, ҡаҙаныштар теләне. Ул билдәләп үтеүенсә, йылдан-йыл арт-галерея фонды яңы сәнғәт әҫәрҙәре менән тулылана, уларҙы борайҙар ғына түгел, күрше райондарҙа йәшәүселәр ҙә ҡарай аласаҡ. Симпозиумда ҡатнашыусыларға район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары һәм “Танып-Һыу” IV Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумында ҡатнашыусы дипломы тапшырылды.
Был сара райондың брендына әйләнде, сөнки нәҡ бына был ерҙә Етеҙ Танып йылғаһы аға, уның ярҙарында төрлө милләт халҡы дуҫ-татыу йәшәй. Борай ауылында күрше райондар араһында берҙән-бер Танып-Һыу арт-галереяһы эшләй, унда даими рәүештә төрлө күргәҙмәләр һәм мәҙәни саралар уҙа. Арт-галерея фонды йылдан-йыл Рәсәй буйынса Танып-Һыу этно-арт симпозиумында ҡатнашыусыларҙың һоҡланғыс эштәре һәм әҫәрҙәре менән тулылана.
Лира Юрасова.
Борай районы.