Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Июль 2024, 04:00

Оҫта ҡуллы, тырыш егет

Юнир Ғизәтуллин намыҫ менән хеҙмәт итеп ҡайтты

Оҫта ҡуллы, тырыш егетОҫта ҡуллы, тырыш егет
Оҫта ҡуллы, тырыш егет

Армияла хеҙмәт итеү уның тормошонда мөһим ваҡиғаға әйләнә. Июнь аҙағында хеҙмәтен тултырып Юнир тыуған ауылына ҡайтты. Армия уны үҙ аллы булырға, хәл-ваҡиғаны дөрөҫ баһаларға һәм тейешле һығымталар яһарға, ә иң мөһиме, көслө, сыҙамлы булырға, төрлө тормош шарттарында кеше булып ҡалырға өйрәтә.
Юнир Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе Әлфидә һәм Динар Ғизәтуллиндар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе бына 22 йыл инде татыу йәшәп, тағы ла ике балаға ғүмер бүләк иткән. Юнир ауыл мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Бөрө күп профилле һөнәри колледжында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Ә уҙған йылдың 21 июнендә Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына алына. Ул Йыраҡ Көнсығышҡа, Приморье крайының Лесозаводск ҡалаһына, радиацион, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәренә (РХБЗ) эләгә.
Юнир — бик асыҡ, аралашыусан һәм әүҙем егет, хәрби хеҙмәте тураһында ла ихлас һөйләне.
— Барлыҡ ауыл малайҙары кеүек бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләндем. Ҡышын саңғыла шыуырға, йәйен футбол, баскетбол, волейбол, теннис уйнарға яраттым. Спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Колледжда уҡығанда ла, армияла ла спортты ташламаным. Хәрби хеҙмәттән ҡасып ҡалыу уйы бер ҡасан да булманы. Атайым Динар Әүхәт улы 1995-1997 йылдарҙа Байконурҙа хәрби-космик ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Ә олатайым Әүхәт Йәғәфәр улы хеҙмәтен минең часть менән йәнәшә — Приморье крайының Спасск-Дальний ҡалаһында, Хәрби-һауа көстәрендә үткән, самолеттарға двигатель йыйған. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған ҡарт олатайым Хөрмәтулла Әҙиәтулла улы Адыев менән сикһеҙ ғорурланам. Һәм мин атайым, олатайым алдында, ҡарт олатайымдың иҫтәлеге алдында армияла хеҙмәт итеүҙе үҙемдең бурысым итеп һананым, — ти ул.
Хеҙмәттең беренсе көнөнән үк Юнир үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Офицерҙар, командирҙар һәр саҡ ярҙам итә, кәңәш бирә.
— Бик күп яңы мәғлүмәт үҙләштерергә кәрәк ине, күп уҡыныҡ һәм теоретик белемде практикала ҡулландыҡ. Присяга ҡабул иткәндән һуң, полигонға юлландыҡ. Унда дөйөм хәрби яҡлау комплектын нисек кейергә, радиация менән көрәшергә, һауала, тупраҡта бысраныу процентын, елдең ҡайҙан иҫеүен асыҡларға һәм химик ҡурҡыныс янағанда ни эшләргә икәнлеген өйрәттеләр. Армияға ҡәҙәр водитель таныҡлығым булыуы, техниканы яҡшы белеүем һөҙөмтәһендә машина командиры итеп тәғәйенләнеләр һәм Ҡариҙел районынан хеҙмәттәшем менән икебеҙҙе частҡа техника йыйырға ебәрҙеләр. Хәрби техниканы төҙәттек, буяттыҡ. Ярты йыл эсендә туғыҙ машина ремонтланыҡ. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң мин төп водитель, күп тә тормай өлкән водитель булдым, кесе сержант званиеһын алдым, ә өйгә гвардия сержанты булып ҡайттым, — тип һөйләне Юнир. Уны тыңлап, шундай оҫта ҡуллы егеттәребеҙҙең районыбыҙҙы данлап хеҙмәт итеүенә ғорурланып ултырҙым.
Бәләкәйҙән техника менән мауыҡҡан тырыш егет 1-се курста уҡығанда уҡ каникулда Шишмә ҡасабаһында тимер-бетон заводында эшләп, үҙ аҡсаһына ВАЗ-2107 машинаһын һатып ала. Армияға алынғансы ла шунда эшләй.
— Армия минең өсөн — тормош һәм батырлыҡ мәктәбе, уны лайыҡлы үтеүем менән ғорурланам, — ти Юнир. — Армияла үҙемә дуҫтар таптым, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙамлашыу төшөнсәләрен, атай һәм әсәйҙең ҡәҙерен нығыраҡ аңланым. Армия — ул ҡаты дисциплина, режимды, командование бойороҡтарын теүәл үтәү. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә йыйыныусы егеттәргә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен, түҙемлек һәм уңыштар теләйем.
Ата-әсәһе хәрби бурысын намыҫлы үтәгән Юнир улдары менән лайыҡлы ғорурлана ала.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Юнир атаһы менән Себер яҡтарына эшкә юлланды. Уға уңыштар теләйбеҙ.


Наилә Имаева.
Асҡын районы.

Автор:
Читайте нас