Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Июль 2024, 05:00

Белемле, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы

Мишкә үҙәк район дауаханаһында кадрҙарға ҡытлыҡ һәр ваҡыт булды. Шөкөр, “Ауыл табибы” дәүләт программаһы буйынса йәш табиптар ҡайтып тора.

Белемле, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлыБелемле, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы
Белемле, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы

Әлбиттә, яңы ғына интернатура үткән һәм тәжрибәһе булмаған белгесте эшкә алыу ҙур яуаплылыҡ. Ләкин ваҡыт үтеү менән йәштәр үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, белемле табип итеп таныта. Шундайҙарҙың береһе — табип-невролог Олеся Михайлова. Ул беренсе көндәрҙән үк пациенттарының ихтирамын яуланы.


Олеся Юрьевна тураһында: “Бәхетен тыуған ерендә тапҡан”, — тиергә була. Ул Мишкәлә тыуған. Ғаиләлә өс ҡыҙҙың өлкәне. Әсәһе Роза Айметовна балалар китапханаһында библиограф булып эшләгән, хәҙер 2-се полилингваль күп профилле мәктәбендә — китапханасы. Атаһы Юрий Васильевич ғүмере буйы Мишкә торлаҡ-коммуналь хужалығында пар ҡаҙандары операторы вазифаһын башҡарған. Мәҡәләм геройы медицина хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә үҫмәһә лә, тормошон ошо изге һөнәр менән бәйләргә уйлай.


— Медицина ауыр, күп ҡырлы өлкә, — ти невролог. — Үҙ эшен башҡарған һәр кеше бирелә мөһим һәм кәрәкле. Һәр кемдең белеменән, оҫталығынан кемдеңдер ғүмере, һаулығы тора. Был һөнәр башҡарыусанлыҡты ғына түгел, изге күңелле, һәр кеше яҙмышы өсөн яуаплы булыуҙы ла талап итә. Үҫмер саҡта уҡ табип булырға ҡарар иттем. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланым һәм неврология белгеслеге буйынса интернатура үттем. Мишкә үҙәк район дауаханаһында 2017 йылдан башлап эшләйем. Ә студент йылдарында Өфө ҡалаһының 22-се ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып тәжрибә тупланым. Мин унда тәжрибәле, үҙ эшенең оҫталары булған табиптар менән эшләп, неврология курсын дөрөҫ һайлағанымды аңланым.
Олеся Юрьевна һайлаған белгеслек үҙенсәлекле, әлбиттә: күп осраҡта пациенттар дауалап булмай торған хроник ауырыуҙар менән килә. Ләкин табип ауырыуҙың хәлен еңеләйтер өсөн ҡулынан килгәндең барын да эшләй. Ул белеме менән генә түгел, йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы, ихласлығы һәм иғтибарлылығы менән дә дауалай.
— Мишкәлә остеохондроз, йәки арҡа сирҙәре менән ауырыусылар күп. Сөнки күпселек ауыл ерендә йәшәй, барыһының да баҡсаһы бар, мал — физик ауырлыҡтың дөрөҫ төшмәүе арҡаһында сирҙәр барлыҡҡа килә.

Кешеләр ауырыу менән табипҡа бармай, үтер тип көтә, ваҡытты һуҙа. Был бигерәк тә баш мейе ауырыуҙары менән бәйле осраҡта ҡурҡыныс. Юғары ҡан баҫымы, юғары холестерин, шәкәр сире — быларҙы ваҡытында дауаламаһаң, һуңынан бик ауырға тура килә. Шуға күрә артериаль ҡан баҫымын контролдә тотоу, ваҡытында диспанцеризация үтеү, дауалау гимнастикаһы менән шөғөлләнеү, йоҡо режимын көйләү бик мөһим. Хәҙерге ҡатмарлы заманда бигерәк тә яҡшыны ғына уйлап, стресҡа бирелмәҫкә кәрәк. Сөнки бар сир ҙә нервынан, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, — ти табип-невролог.


Ауырлыҡтар Олеся Юрьевнаны ҡурҡытмай. Ул үҙенә ышанған ауырыуҙарға ярҙам итергә тырыша. Тормош бер урында ғына тормай, медицина ла алға китә. Шуға күрә табип белемен арттырыу өҫтөндә эшләп, онлайн вебинарҙар һәм лекциялар ҡарай, конференцияларға бара, һөнәренең нескәлектәренә төшөнә.
Олеся Михайлова ҙур ғаиләһенән дә көс-дәрт, йәшәү шатлығы ала. Тормош иптәше Андрей Сергеевич Баш РЭС-та монтер булып эшләй. Оло улдары Ленар 6-сы класҡа күсте, уртансылары Леваға — биш, кеселәре Ильяға өс йәш.


Светлана Тоймурзина.
Мишкә районы.

Автор:
Читайте нас