Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июль , 12:40

Киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлау үтә. Уҡығыҙ:

Киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ
Киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ

Ошо көндәрҙең һәр береһендә иртәнге сәғәт 8-ҙә республиканың 2 978 221 һайлаусыһы өсөн 3300-ҙән ашыу һайлау участкаһы үҙ ишектәрен аса.

Шулай уҡ Өфө районында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар ойошторола. Йәнә төбәктә бөтә муниципаль райондар, ете ҡала округы һәм 52 ҡала һәм ауыл биләмәһе Советтарының яңы составына депутаттар һайланасаҡ, урындағы советтарға өҫтәмә һайлауҙар үткәреләсәк.

10 партия, шул иҫәптән парламент партиялары, һайлауҙарҙың бөтә кимәлдәрендә лә үҙ кандидаттарын тәҡдим итте. Һайлау комиссиялары партияларҙан һәм үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидаттарҙы теркәүҙе тамамланы. 6, 7 һәм 8 сентябрҙә һәр участкала Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы әҙерләгән 13113 күҙәтеүсе һайлау процесын күҙәтәсәк.

6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостандың һәр районында һәм ҡалаһында яҡшы бүләктәр менән дәртләндереү акцияһы ойошторола, шулай уҡ һайлау участкаһына килгән һәр кемгә ташламалар биргән беләҙектәр тапшырыласаҡ.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Автор:
Читайте нас: